+16 °С
Ясно
Новости
26 Сентября 2023, 05:40

Өфөлә «Кейеҙфест» II республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале эшен тамамланы

Өфөлә Рәсәйҙә иғлан ителгән уҡытыусы Һәм остаз йылына арналған "Кейеҙфест" II республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале эшен тамамланы. Тантаналы сара 24 сентябрҙә "Ижад" күргәҙмә залында үтте.

Тантанала "Ҡорама кейеҙ" бөтә Рәсәй арт-симпозиумы сиктәрендә эшләнгән коллектив кейеҙ келәм менән таныштырҙылар. Ҙурлығы һәм үҙенең колористик һәм орнаменталь матурлығы менән хайран иткән панно 95 мини-паннонан тора, Уларҙы Башҡортостандан ғына түгел, Екатеринбург, Ҡазан, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Железногорск, Усинск (Коми Республикаһы), Элиста (Ҡалмыҡ Республикаһы) һәм Аҡтүбә (Ҡаҙағстан Республикаһы) ҡалаларынан ҡатнашыусылар эшләгән.

Фестивалде ябыу тантанаһында иң яҡшы балалар художестволы әҫәренә конкурс күргәҙмәһенең 38 еңеүсеһе 5 номинацияла бүләкләнде – “Интерьер әйберҙәре”, “Кейем Һәм аксессуарҙар”, “Ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар һәм сувенирҙар”, “Арт — объекттар”, “Коллектив эштәр”. Конкурстың Гран-приһын А. Кузнецова исемендәге 1-се Балалар сәнғәт мәктәбенән Софья Михайлованың эше яулай  (уҡытыусыһы Динара Ғарифуллина). Күргәҙмәнең партнерҙары — Халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк вәкиллеге һәм Рәсәй рәссамдар Союзының урындағы бүлексәһе махсус дипломдар тапшырҙы.

Фестиваль 23 августа башланғайны. Бер ай эсендә уның сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, дефиле, квест-уйындар һәм рәссамдар һәм оҫталар менән ижади осрашыуҙар үткәрелде. Килгән ҡунаҡтар художестволы кейеҙ менән эшләүҙең традицион һәм заманса ысулдары менән танышты. Фестивалде Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбе һәм М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ойоштора.

Өфөлә  «Кейеҙфест» II республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале эшен тамамланы
Өфөлә  «Кейеҙфест» II республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале эшен тамамланы
Өфөлә  «Кейеҙфест» II республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале эшен тамамланы
Өфөлә  «Кейеҙфест» II республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале эшен тамамланы
Өфөлә  «Кейеҙфест» II республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале эшен тамамланы
Өфөлә «Кейеҙфест» II республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале эшен тамамланы
Автор:
Читайте нас