+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2023, 13:36

Абдулла Солтановтың хәтер кисәһе үтәсәк

Сара 25 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторола. Унда республикабыҙҙың билдәле йырсылары һәм ижади коллективтары ҡатнаша. Инеү ирекле. Мәғлүм булыуынса, 17 августа мәшһүр йырсы, ҡурайсы, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Абдулла Солтанов вафат булды. Сентябрҙә ул 95 йәшлек олпат юбилейын билдәләргә тейеш ине. Халҡыбыҙ Абдулла Солтановты иҫ киткес тәрән моң эйәһе, уникаль тауышлы йырсы итеп белә. Төрлө йылдарҙа төрлө кимәлдәге мәҙәни-ижтимағи сараларҙа ҡатнашып, тамашасыларҙың, йыр-моң һөйөүселәрҙең сикһеҙ һөйөүен , ихтирамын яулаған шәхес ине ул. Ҡаҙаныштары өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы кеүек юғары исемдәр менән билдәләнгән. Репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры - «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар.

"Ҡурайсы алдан килә, уның артынан теҙелешеп, ҡурай моңо аҫтында һыйырҙар көтөүҙән ҡайта..."

Учалы районының Ҡобағош ауылында бөгөн дә өлкән быуын кешеләренән ҡурайсы һәм йырсы көтөүсе хаҡындағы ошондай матур легендалар ишетергә мөмкин. Ғәҙәттә, риүәйәттәр һәм легендалар борон-боронғо замандар хаҡында һөйләгәнлектән, уларҙы беҙ бер ни тиклем әкиәт итеп кенә ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Әммә ошо легендала һүрәтләнгән моңло йырсы һәм ҡурайсы егеттең арабыҙҙа йәшәп ятыусы замандашыбыҙ булыуы һис әкиәт түгел. Улай ғына ла түгел, "Әрме", "Буранбай", "Сибай", "Бейеш", "Ҡаһым түрә", "Томан", "Тәфтиләү", "Хисам", "Шәүрә", "Ғилмияза", "Зәлифәкәй", "Шафиҡ" кеүек боронғо халыҡ йырҙарын уның кеүек башҡарған башҡа йырсыны белмәйбеҙ ҙә, ахыры. Легендар шәхесебеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы һәм һөйөү тойғоларын белдерәбеҙ! Абдулла Афзал улы хаҡында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова иҫтәлектәре:

- Республикабыҙҙа Абдулла Солтановтың йырлағанын һәр кем яраталыр ул, тип уйлайым. Уның тураһында оҙон һәм оҙаҡ итеп һөйләргә булыр ине, тик Абдулла ағайҙың һәләте хаҡында тапҡыр ғына итеп шуны әйтергә була: уға тиңдәр һирәк. Абдулла ағайҙы күптән белһәм дә, уның менән дуҫлығыбыҙ үткән быуаттың 90-сы йылдарының башында башланды. Был мәлдә ул 60 йәште үткән ир уҙаманы ине. Үҙенең һәләтенең ҡәҙерен белгән кеше ул. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, репертуарындағы бөтөн йырҙарҙың көйөн һәм һүҙҙәрен яҡшы хәтерләй. Ә уның репертуары бай икәнен үҙегеҙ беләһегеҙ. Йөҙҙән ашыу йырҙы хәтерҙә тотоп ҡара әле! Ғәҙәттә, олоғая килә йырсылар өҫкө ноталарҙы ала алмай башлай, ә Абдулла Солтановтың өҫкө ноталары һаман матур. Тауышы формала булһын өсөн көн һайын ҡурайҙа уйнай, сөнки ҡурай уйнағанда тын алыу мускулдары эшләй.

Бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Республика халыҡ ижады үҙәге, матди яҡтан ярҙам итәбеҙ, тигәс, 1996 йылда Абдулла ағайҙың дискыһын сығарыу маҡсаты менән уны Өфөгә саҡырҙым. Тормош иптәшем уны алырға Ҡобағошҡа барһа, ағай инәлтә икән. Бесәнем алынмаған, тигәс, трактор табып, бесәнен алдырып, утынын ярып, инде лә риза иттем тигәндә, Юлай Ғәйнетдинов ҡурайҙа уйнаһа ғына барам, тине. Юлай Ғәйнетдинов менән һөйләштек. Дискыға 20 йыр һыя ине, ул 25-ләгән йырҙы 3 көндә яҙҙырҙы. Йырсылар бит дубль артынан дубль менән йырлап яҙҙыра йырын. Абдулла ағай бер-бер артлы 5-6 халыҡ йыры йырлай ҙа ҡуя икән. Башҡортостандың рус драма театрында эшләгән шәп тауыш операторы яҙҙырғайны, уның был хәлгә иҫе киткән. Диск Екатеринбургта сыҡты, сөнки беҙҙә әле эшләмәйҙәр ине. Гонорарына япон телевизоры, күстәнәстәр алып, Нәҙибә инәй менән ҡайтып киттеләр. Икенсе йылына район менән килешеп, Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Яхина менән бергәләп, Абдулла ағайҙы Башҡортостан буйлап йөрөттөк. Шунда ошо бирелгән уникаль һәләтенә ниндәй яуаплылыҡ менән ҡарауына тағы бер тапҡыр һоҡландым. Тауышын һаҡлау өсөн ныҡ эҫе сәй эсмәй, балды ла әҙләп кенә кисен генә ашай, спиртлы эсемлектәрҙән бөтөнләй йыраҡ тора. Һәм быларҙың барыһын да үҙенең тәжрибәһенән сығып башҡара, уны быға берәү ҙә өйрәтмәгән. Бына шундай шәхес ул.

Абдулла Солтанов бөтөн йырҙарҙы ла матур йырлай, әммә "Урал", "Сибай", "Буранбай", "Ҡара Сурай" йырҙары бигерәк үҙенсәлекле яңғырай. Бер шулай уның менән сәхнәлә бергә йырланыҡ та, мин залға төшөп ултырып, Абдулла ағайҙың "Сибай"ын илай-илай тыңланым. Артистарға бит залдан йыр тыңлау һирәк эләгә. Ә унан йыр бөтөнләй икенсе яңғырай. Һуңғы мәлдәрҙә был йырҙы һирәк кенә йырлап йөрөнөм, тип, әйтәйек, әйҙәгеҙ, "Шаһибәрәк"те йырлайыҡ, тип, үҙе тәҡдим итә. Беҙ уның менән "Эскадрон"ды, "Буранбай"ҙы, "Томан"ды һ.б. йырланыҡ. Телевидение фондында һаҡландымы икән, "Шәүрә", "Һары ла сәс"те дуэт менән йырлай инек. Әйткәндәй, ул һаман да радио, телевизорҙы тыңлай. "Флүрә, әйт әле шунда, минең яҙмаларымды нишләп бирмәйҙәр икән?" тип тә шылтырата. Ҡурайсыларҙы исемләп белә, бигерәк тә Юлай Ғәйнетдиновты, Азат Айытҡоловты ныҡ ихтирам итә, Роберт Юлдашев, Ишморат Илбәков, Илшат Ишморатовты һөйләй. Йырсыларҙан Азамат Тимеровты йыш ҡына иҫләп ала. Яҡташ ҡына түгел, Абдулла Солтанов менән рухташ, ижадташ булыуым, шундай бөйөк шәхес менән бер заманда йәшәүем менән бәхетлемен.

 

Ләйсән ДАЯНОВА

яҙып алды.

Абдулла Солтановтың хәтер кисәһе үтәсәк
Абдулла Солтановтың хәтер кисәһе үтәсәк
Абдулла Солтановтың хәтер кисәһе үтәсәк
Абдулла Солтановтың хәтер кисәһе үтәсәк
Абдулла Солтановтың хәтер кисәһе үтәсәк
Автор:
Читайте нас: