22-29 сентябрҙә Өфөлә билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың 75 йәшлек юбилейына арналған театр декаднигы үтәсәк. Унда республиканың бөтә театрҙары ҡатнаша, тип хәбәр итте «Башинформ» ға ойоштороусылар. Сара 22 сентябрҙә Өфө «Нур» татар театры сәхнәһендә «Иректең дә сиге бар» драмаһы менән асыла.Киләһе көндәрҙә шул уҡ сәхнәлә театр ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласаҡ.
23 сентябрҙә Туймазы дәүләт татар драма театры тамашасыларға «Ҡыҙҙар, ишекте асығыҙ!», ә 25 сентябрҙә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры «Бартер» комедия-гротескын тәҡдим итә.
24 сентябрҙә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры Наил Ғәйетбаевтың «Ғашиҡтар көнө» музыкаль комедияһын күрһәтәсәк.
27 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ театры «Нисек кейәү сығырға?» спектаклен сәхнәләштерә.
28 сентябрҙә Салауат башҡорт драма театры Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Ҡыҙҙар килде ауылға» спектаклен уйнаясаҡ.
29 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Наил Ғәйетбайҙың юбилейына арналған театрлаштырылған тамаша ойошторола.
Автор: Ләйлә Аралбаева