+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2023, 12:11

Башҡорт дәүләт филармонияһында – яңы етәксе

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы етәксе менән таныштырҙылар. Директор вазифаһын башҡарыусы итеп БР Мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары Алмаз Сәйетов тәғәйенләнде.

Алмаз Рәсих Улы Сәйетов-Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1966 йылда Башҡортостандың Илеш районында тыуған, 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Профессиональ әҙерлекте Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үтә.

Быға тиклем ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залын, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамблен етәкләй. Бер йыл дауамында, 2022 йылдың авгусынан, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары була, профессиональ сәнғәт – театр-концерт ойошмалары һәм кино тармағы өсөн яуаплы була.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-09-15/v-bashgosfilarmonii-predstavili-novogo-rukovoditelya-3438113

 

Башҡорт дәүләт филармонияһында – яңы етәксе
Башҡорт дәүләт филармонияһында – яңы етәксе
Башҡорт дәүләт филармонияһында – яңы етәксе
Автор:
Читайте нас: