+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2023, 12:39

Алтайҙа халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы үтә

15-17 сентябрҙә Алтай Республикаһында халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы үтәсәк. Быйыл ул бер юлы өс ваҡиғаға: педагог һәм остаз йылына, билдәле алтай сәсәне Табар Чачияковтың тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм билдәле алтай сәсәне Элбек Калкиндың 70 йыллығына арналған, тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Сараларҙа Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре: фольклорсы-тикшеренеүсе, «Урал» фәнни-мәғариф, мәҙәни һәм социаль башланғыстарҙы үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Марат Ғилманов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы доценты, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, БР ҡурайсылар Союзы рәйесе Артур Ғайсаров ҡатнашасаҡ. Улар фестивалдә башҡорт сәсәнлеге традицияларын тәҡдим итәсәк, түңәрәк өҫтәл, ижади осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре эшендә ҡатнашасаҡ, ә башҡорт милли музыка ҡоралы ҡурай көйҙәре сараның концерт программаһын биҙәйәсәк.

Сара сиктәрендә педагог һәм остаз йылына арналған «Заманса мәҙәниәттә эпик мираҫ» форумында ҡатнашыусыларҙың һәм спикерҙарҙың матбуғат конференцияһы, Алтай Республикаһының матди булмаған мираҫы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәге күргәҙмәһе, «Эпик мираҫтың заманса сәнғәт үҫешенә йоғонтоһо» темаһына түңәрәк өҫтәл, тамаҡ менән йырлау төрҙәрен виртуоз белеү һәм милли уйындар буйынса ижади осрашыу (мастер-күрһәтеү) һәм милли инструменттарҙа уйнау, халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы финалсыларының концерт программаһы ҡаралған.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-09-15/predstaviteli-bashkirii-primut-uchastie-v-mezhdunarodnom-kurultae-skaziteley-na-altae-3438096

 

Алтайҙа халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы үтә
Алтайҙа халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы үтә
Алтайҙа халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы үтә
Автор:
Читайте нас: