Сара ҡунаҡтары аҡыллылыҡ, ҡыйыулыҡ, көс һәм хис символы – Арыҫлан менән осрашасаҡ. Ул бәхет килтереүсе тип иҫәпләнә. Уның менән бергә А. Чупиндың “Яңы йыл мөғжизәләре, йәки Мәскәй әбей ҡаршы”әкиәтендәге балалар яратып өлгөргән һәр саҡ күңелсәк һәм тапҡыр Ҡуян да буласаҡ. Әкиәт геройҙары рәтен һалҡын, ғорур, ҡаты күңелле Ҡар батшабикәһе лә тулыландырасаҡ.
Мультпарадтан һуң “Нур”ҙар Бремен музыканттары менән бейеү флешмобында ҡатнаша. Ошо уҡ көндә “Тылсымла ихата”ла (Сәнғәт институты ихатаһында) театр сәғәте үткәрелә. 15 сәғәттә А. Хайттың “Бесәй-Леопольдтың тыуған көнө” исемле спектакле башлана.
Фестивалдең программаһы менән бында танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/