+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2023, 14:37

Ғәскәровсыларҙың костюмдары – иң яҡшыһы

Ғәскәров ансамбленең костюмдар коллекцияһы Новосибирскиҙағы конкурста гран-при алды.

«Тартылыу урыны – Себер» («Место притяжения – Сибирь») фестивале сиктәрендә традицион сәхнә костюмы коллекцияларын күрһәтеү конкурсының йомғаҡлау этабы үтте.

Проекттың концепцияһы - традицион коллектив артистарының сәхнә образына юғары талаптарҙы трансляциялау, заманса ысынбарлыҡ контексында имидждың төп элементы булараҡ костюмды сифатлы эшкәртеү һәм эшләү.

Үҙ коллекцияларын Башҡортостан, Мари Иле, Бүрәт, Татарстан, Коми, Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайы, Белгород, Свердловск, Ивановск, Липецк, Томск һәм Новосибирск өлкәләренән ун өс профессиональ ижади коллектив, костюм буйынса рәссамдар, мода театрҙары һәм башҡа белгестәр тәҡдим итте.

Был ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Жюри ағзалары билдәләүенсә, тәҡдим ителгәндәр араһынан иң яҡшы коллекцияны һайлап алыу еңелдән түгел.

Конкурстың гран-прийы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Сәскә ат, минең Башҡортостаным» коллекцияһына бирелде. Уның менән костюмдар буйынса рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова һәм Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең костюмдар цехы мөдире Эльвира Әхтәрйәнова таныштырҙы.

Күргәҙмәлә «Тархандар», «Өс быуын», «Ете ырыу», «Шаяндар» (худ. Б.Торик) һәм «Ете ҡыҙ» (худ. Б.Торик) бейеүҙәренә костюмдар күрһәтелә.

Наталья Степанова Ғәскәров ансамбле репертуарының күп кенә бейеүҙәренә костюмдар эшләй: «Тархандар», «Өс быуын», «Ете ҡыҙ», «Һомай» кеүек башҡорт бейеүҙәренә һәм башҡа донъя халыҡтары бейеүҙәренә — «Сәскә атыусы рауза» уйғыр бейеүенә, ҡырғыҙ бейеүенә, «Күбәләктең айҙай осошо» ҡытай бейеүенә һәм башҡа бик күп постановкаларға.

Фәйзи Ғәскәров ҡуйған һәм ваҡыт үтеү менән башҡорт хореографияһының классикаһына әйләнгән бейеүҙәргә костюмдар эшләгәндә, Наталья Анатольевна һәм уның командаһы Фәйзи Ғәскәровтың һәм костюмдар буйынса рәссам Борис Ториктың һүрәтләүҙәренә таяна. Һәр костюм уларҙың эскиздары буйынса теүәл тегелгән һәм йылдар үткәс бейеү костюмдары комплекттары яңыртылһа ла, бөтә костюмдар ҙа ижадсылар уйлап сығарғанса тегелә.

"Жюриҙың беҙҙең костюмдарҙы лайыҡлы баһалауына бик шатмын. Фестиваль бик дөрөҫ һәм яҡшы ойошторолған, яңы коллективтарҙы, бигерәк тә йәштәрҙе танып белеү мөмкинлеге бар», — тип аңлатма бирҙе Наталья Анатольевна.

 

https://kulturarb.ru/ru/news/kollekciya-kostyumov-ansamblya-gaskarova-poluchila-gran-pri-na-konkurse-v-novosibirske

 

 

Ғәскәровсыларҙың костюмдары – иң яҡшыһы
Ғәскәровсыларҙың костюмдары – иң яҡшыһы
Ғәскәровсыларҙың костюмдары – иң яҡшыһы
Ғәскәровсыларҙың костюмдары – иң яҡшыһы
Автор:
Читайте нас: