+21 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь , 10:56

«Көҙ романтикаһы»

Башҡортостан хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров 5-6 сентябрҙә Өфөлә ойошторолған «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивален киңәйтергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы киләһе йылда тамашасылар өсөн урындарҙы арттырырға һәм өс-дүрт көнлөк фестиваль программаһын әҙерләргә тәҡдим итте.

«Көҙ романтикаһы»
«Көҙ романтикаһы»

«Билдәле симфоник оркестрҙарҙы һәм опера йырсыларын саҡырыу өҫтөндә эшләй башлағыҙ. Беҙ һәр яҡлап ярҙам итербеҙ. Фестивалде донъялағы иң яҡшы майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелдерегеҙ», - тине республика етәксеһе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға.

«Башинформ» яҙғанса, ике көн эсендә сәхнәлә Үзбәкстандың, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Ҡарағалпаҡстандың халыҡ артисы Женисбек Пиязов, күренекле кларнетсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артистары Лариса Әхмәтова һәм Эльвира Фәтихова, виолончелдә уйнаусы Антон Павловский сығыш яһаны. Концерт программаһында классик әҫәрҙәр, башҡорт академик музыкаһы, Башҡортостандың халыҡ йырҙары һәм совет композиторҙарының музыкаһы бар ине. Тамашасылар яҡташтарының: Заһир Исмәғилевтың, Рим Хәсәновтың әҫәрҙәрен тыңланы, Морат Әхмәтовтың Дмитрий Крюков яңыртҡан «Урал батыр» симфоник картинаһы яңғыраны.

«Ике көн эсендә фестивалгә 20 меңгә яҡын кеше килде. Был сара Совет майҙаны концепцияһын баш ҡаланың мөһим биләмәһенең береһе, Башҡортостан халыҡтарының көсө һәм даны урыны булараҡ үҫтерергә мөмкинлек бирҙе. Фестиваль йыл һайын яңы тамашасылар йәлеп итер тип ышанабыҙ», - тип билдәләне Әминә Шафиҡова үҙенең докладында.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-09-11/glava-bashkirii-poruchil-sdelat-festival-romantika-oseni-odnoy-iz-luchshih-mirovyh-ploschadok-3430425

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-09-11/radiy-h-birov-k-romantika-y-festivalen-don-yala-y-i-ya-shy-may-ansy-tar-y-bere-en-ereldererg-ushty-3430929

 

Автор:
Читайте нас в