2-се балалар сәнғәт мәктәбенең йәш оҫталары «Алтын мираҫ» халыҡ-ара биҙәү-ҡулланма ижады фестивалендә еңеүсе булды. Педагог Ләйсән Ғилманованың уҡыусылары тарафынан кейеҙ баҫыу техникаһында башҡарылған 9 эштән торған серия гран-при алды. Өфөләр 12-16 йәш категорияһында иң яҡшылары булды, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың мәҙәниәт идаралығынан.
"Кейеҙ коллекцияһы тиҙҙән Өфөгә наградалар һәм бүләктәр менән бергә ҡайтасаҡ. Ҡыҙҙар өсөн уларҙың шәхси эштәре бындай күләмле конкурста ҡатнашып ҡына ҡалмауы, призлы урындар яулауы көтөлмәгән хәл булды. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурстың дөйөм — юғары наградаһынан тыш, һәр уҡыусы үҙ йәш категорияһында лауреат дипломы менән билдәләнде», — тип һөйләне педагог.
Ҡазанда Ҡабан күле буйында «Алтын мираҫ» фестивале 9 сентябрҙә А.Гайдар исемендәге йәштәр үҙәге тарафынан милли биҙәү-ҡулланма сәнғәтен һаҡлау һәм заманса ижадтың яңы формаларын индереү маҡсатында үткәрелә.