+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2023, 16:34

96 йәшлек халыҡ рәссамы Николай Васильевич Лавренов Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне

-

Дим биҫтәһендә ғәжәйеп кеше - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дим районының почетлы гражданины, халыҡ рәссамы, 96 йәшлек Николай Васильевич Лавренов йәшәй. Бөгөн, 10 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә ул үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәр өсөн 161-се лицейға һайлау участкаһына килде.
Быйыл ветерандың үҙенсәлекле тормош юлы хаҡында хәтирәләр китабы сыҡты, уларҙың берәүһен ул бөгөн 161-се лицей коллективына бүләк итте. Рәссам унда һуғышҡа тиклемге ауылда коллективлаштырыу осорондағы ауыр бала сағы, Алыҫ Көнсығыш фронтында дивизия менән командалыҡ итеүҙән алып 1-се Ҡыҙыл байраҡ армияһы командующийына саҡлы етеүе, һуғыштан һуң хеҙмәт көндәре тураһында һөйләй. 
Николай Васильевич 96 йәшендә картиналар яҙыуын дауам итә. Күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша. 2020 йылдан Рәсәй Рәссамдар ижади союзы һәм Халыҡ-ара Рәссамдар федерацияһы ағзаһы. Әлеге ваҡытта рәссам «Өс яңғыҙлыҡ осрашты» картинаһы өҫтөндә эшләй. Николай Васильевичҡа гражданлыҡ әүҙемлеге өсөн ҙур рәхмәт! Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм артабан да ижади уңыштар теләйек!
 
96 йәшлек халыҡ рәссамы Николай Васильевич Лавренов Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне
96 йәшлек халыҡ рәссамы Николай Васильевич Лавренов Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне
96 йәшлек халыҡ рәссамы Николай Васильевич Лавренов Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне
Автор:
Читайте нас: