+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2023, 10:46

«Әйҙә уйнарға»

Өфөлә Башҡортостан Башлығы булышлығында тәүге тапҡыр «Әйҙә уйнарға» бөтә Рәсәй уйындар фестивале уҙғарыла

14-17 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы булышлығында тәүге тапҡыр «Әйҙә уйнарға» бөтә Рәсәй уйындар фестивале уҙғарыла. Был уйын һәм уйынсыҡтар донъяһындағы ҙур ваҡиға, ул уйын, уйынсыҡ, ижад тауарҙары, яңы тыуған сабыйҙар өсөн тауарҙар, балалар өсөн визуаль анимация контенты етештереүселәргә һәм тәьмин итеүселәргә, шулай уҡ күмәртәләп-ваҡлап һатыу вәкилдәренә, дистрибьюторҙарға, бөтә Рәсәйҙән оҫта-һөнәрселәргә тәжрибә уртаҡлашыу һәм балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр табыу мөмкинлеген бирәсәк.

 

Фестиваль Совет майҙанында һәм уға яҡын территорияларҙа үтәсәк. Дүрт көн дауамында бында Рәсәй уйынсыҡ етештереүселәренең күргәҙмә-һатыуы, иң яҡшы балалар уйын тәжрибәләрен күрһәтеү, уйынсыҡтарҙың тест-драйвы, тематик конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, кинопробалар, квест-уйындар, уйынсыҡтар китапханаһы һәм уйынкроссинг, асыҡ балалар телестудияһы, Ваня Дмитриенко һәм Милана Хаметованың, шулай уҡ популяр «Непоседы» балалар коллективтары, «Домисолька» күңел асыу программаһы, «Тыныс йоҡо, балалар!» тапшырыуының яратҡан алып барыусылары Татьяна Веденеева һәм Оксана Федорованың сығыштары, мультпарад һәм иң яҡшы балалар спектаклдәрен һәм анимация проекттарын күрһәтеү, «Союзмультфильм» геройҙары: Бремен музыканттары Винни Пух һәм Пятачок ҡатнашлығында байрам флешмобы.

Фестивалдә бөтә Рәсәйҙән балалар уйындары һәм уйынсыҡтар етештереүсе предприятиелар, оҫталар-һөнәрселәр, студиялар, уйынсыҡтар эшләү менән шөғөлләнгән художество коллективтары, уйынсыҡтар дизайнерҙары, ҡурсаҡ жанрында эшләгән театр коллективтары ҡатнаша.

«Әйҙә уйнарға» программаһында: «Ҡурсаҡ донъяһы», «Минең беренсе уйынсым», «Мин — конструктор», «Ул: Әйҙәгеҙ! тине», «Ағас әкиәт», «Йомшаҡ ил», «Ижад шатлығы», «Тәжрибә станцияһы», «Уйын спорты», «Дауалаусы уйындар» экспозициялар тәҡдим ителәсәк.

Сара сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейы һирәк уйынсыҡтар күргәҙмәһен тәҡдим итәсәк. Бынан тыш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн биләмә эшләйәсәк, унда тактиль уйынсыҡтар тәҡдим ителәсәк, ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары «Уйынсыҡ бүләк ит» (һуңынан китаптарҙы балалар йорттарына, дауаханаларға, Өфө хосписына тапшырыу) һәм «Уйынсыҡтар өсөн оҫтахана-госпиталь» хәйриә акцияларында ҡатнаша ала, унда һәр бала «ауырыу уйынсыҡты дауалай» ала.

«Уйындан күберәк: Рәсәй уйын сәнәғәте роле, әһәмиәте һәм үҫеш нөктәләре» пленар сессияһы эшлекле программаның төп ваҡиғаһы буласаҡ, Унда Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм Мәғариф министрлығы вәкилдәре, уйын һәм уйынсыҡтар етештереүселәр ҡатнашасаҡ; «Глобаль трансформациялар дәүерендә бала һәм уйын» бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы һәм «Өҫтәл уйындары үҙенсәлекле ысул булараҡ үҙ компанияһын үҫтереү» һәм «Ни өсөн сит ил өҫтәл уйындары клондары реклама өсөн иң яҡшы ысул түгел? » бизнес өсөн лекторийҙар үткәреләсәк.

Башинформ хәбәр иткәнсә, республикала балалар тауарҙары етештереүселәр кластеры булдырыла — тармаҡ берләшмәһе предприятиеларға дәүләт ярҙамы һәм льготалар алырға ярҙам итәсәк.

 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-05/v-ufe-pri-podderzhke-glavy-bashkirii-vpervye-proydyot-vserossiyskiy-festival-igry-ayda-igrat-3420523

 

«Әйҙә уйнарға»
«Әйҙә уйнарға»
«Әйҙә уйнарға»
«Әйҙә уйнарға»
Автор:
Читайте нас: