+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2023, 14:47

“Көҙ романтикаһы”

Өфөлә 5-6 сентябрҙә «Көҙ романтикаһы» бөтә Рәсәй классик музыка фестивале үтәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.

Сара баш ҡаланың Совет майҙанында үтәсәк. Төбәктең Мәҙәниәт министрлығы башлығы билдәләүенсә, иртәгә тыңлаусыларҙы республиканың милли симфоник оркестры, опера һәм балет театры солистарының сығышы көтә, ә шаршамбы, 6 сентябрҙә, сәхнәгә Төмән дәүләт симфоник оркестры сыға.

"Бындай фестивалде тәүгә үткәрәбеҙ, сара Башҡортостан Башлығы тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Совет майҙанындағы симфоник төндәр традицион буласаҡ", - тине Әминә Шафиҡова.

“Көҙ романтикаһы”
“Көҙ романтикаһы”
Автор:
Читайте нас: