+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2023, 08:53

Өфөнән 37 йәшлек модель «Миссис Рәсәй Ер» конкурсында еңеү яуланы

-

Өфөнән 37 йәшлек модель Светлана Шевцова «Рәсәй. Ер-2023» конкурсында беренсе вице-миссис исеменә лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ «Иң яҡшы милли костюм» номинацияһында ла еңеү яуланы.

Матурлыҡ конкурсы Мәскәүҙә 27 августа үтте. Унда тотош илдән төбәк этаптарында һайлап алыу турын үткән иң сибәр ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Проект «Рәсәйҙең иң яҡшы социаль һәм мәҙәни проекты» тип танылған.

Светлана әйтеүенсә, был бәйгегә ул еңеү яулар өсөн түгел, ә проект тураһында ентеклерәк белергә барған. Сөнки Өфө ҡыҙы Башҡортостанда үҙенең гүзәллек конкурсын ойошторорға ниәтләй.

Был матурлыҡ конкурстарында тәүге тәжрибә түгел. «Башинформ» яҡташ ҡыҙыбыҙҙың Бөтөн Рәсәй милли мәҙәниәт, ижад һәм матурлыҡ конкурсында еңеүе хаҡында яҙғайны. Тап ошо еңеүҙән һуң уға «Башҡортостандың Мисс һәм Миссис Гәлсәр тажы» гүзәллек бәйгеһе директоры булырға тәҡдим иттеләр. Еңеүселәр «Мисс 18+», «Кейәүҙәге һәм балалы миссис» һәм «Классик 45+» категорияларында билдәләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-01/37-letnyaya-model-iz-ufy-stala-pobeditelnitsey-konkursa-missis-rossiya-zemlya-3415270

Автор:Ләйсән Закирова
Өфөнән 37 йәшлек модель «Миссис Рәсәй Ер» конкурсында еңеү яуланы
Өфөнән 37 йәшлек модель «Миссис Рәсәй Ер» конкурсында еңеү яуланы
Автор:
Читайте нас: