+15 °С
Облачно
Новости
29 Августа 2023, 06:00

"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамамлайбыҙ

Фильм Әбйәлил районының Ишкилде һәм Үтәгән ауылдарында төшөрөлдө.

Был ғәжәп һәм тылсымлы эшкә ҡатнашлығым булыуына шатмын.  "Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамамлайбыҙ. Мәжит Ғафури семендәге Башҡорт академия драма театры булышлығында  Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына төшөрөлдө ул. Фильм Әбйәлил районының Ишкилде һәм Үтәгән ауылдарында төшөрөлдө. Ролдәрҙә театр актерҙары Илдар Ғүмәров һәм Айнур Ғәбитов. Проект өҫтөндә күптәргә билдәле ижади команда эшләй: Хөрмәтулла Үтәшев, Руслан Юлтаев һәм Динара Ҡәйүмова. Тиҙҙән "Блогер" ҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының  социаль селтәрҙәрендә күрә аласаҡһығыҙ. 

Руслан Юлтаевтың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән. 

"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамамлайбыҙ
"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамамлайбыҙ
"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамамлайбыҙ
"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамамлайбыҙ
"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамамлайбыҙ
"Блогер" тигән бәләкәй генә фильм өҫтөндә эште тамамлайбыҙ
Автор:
Читайте нас