-4 °С
Облачно
Новости
28 Августа 2023, 05:19

Төньяҡ баш ҡалаға сағыулыҡ өҫтәп

-

Добавить в предпочтительные источники Google

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре бик сағыу барҙы. Унда халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһе лә күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Бында тире һәм кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәр, һуғылған балаҫтар, сувенирҙар һәм башҡа күп әйберҙәр менән танышырға мөмкин. Был тирәлә бик йәнле булды: урындағы халыҡ та, ҡунаҡтар ҙа Башҡортостандың сәнғәте менән теләп таныша, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша алды.

“Бикбайман” арт-студияһын тәҡдим иткән Артур Бикбай Петербургка эксклюзив сувенирҙар алып килгән. Уның брелок, браслет йә магнитиктары - һәр береһе Башҡортостандың тарихы, традициялары, күркәм урындары, бөйөк кешеләре тураһында һөйләй. Мәҫәлән, Торатау, Шүлгәнташ, Арыҫлан Мөбәрәков, башҡорт легендаһынан бүре һәм башҡалар...

Өфөнән Юлиә тәбиғи тиренән сумкаларын күргәҙмәгә ҡуйған. Оҫтабикә уларҙы үҙ ҡулдары менән теккән, дизайнын башҡорт орнаменттары нигеҙендә төҙөгән.

Күргәҙмәлә Иглин художество мәктәбе директоры художник Михаил Бадьин кейеҙ әйберҙәрен күрһәтте. Ул уны эшләү серҙәре менән таныштырҙы.

Ә. Ғиззәтуллина.
Фото: Евгений Соколов.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_70860

 

Төньяҡ баш ҡалаға сағыулыҡ өҫтәп
Төньяҡ баш ҡалаға сағыулыҡ өҫтәп
Автор:
Читайте нас