+26 °С
Ясно
Новости
28 Августа 2023, 07:01

Кино төшөрөү өсөн субсидия

Башҡортостан кинематографистары Рәсәй мәҙәниәт министрлығынан киносубсидияларға онлайн ғариза бирә ала. Хәҙер бының өсөн Мәскәүгә барыу мотлаҡ түгел документтар пакетын әҙерләп, уны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша «Дәүләттән субсидиялар һәм гранттар» бүлегенә электрон рәүештә ебәрергә мөмкин.

Был алым ваҡытты сарый итмәй, тормошто ябайлаштыра, ә иң мөһиме – федераль бюджеттан субсидия алыу өсөн төбәктәрҙән кино авторҙары өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтә.

Өҫтәп үтәйек, Башҡортостанда кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн гранттар конкурсы ла дауам итә. Ғаризалар 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Республика Башлығы гранттары фонды проекттарға 50 миллион һум бүлә.

Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев билдәләүенсә, йәш талантлы кинематографистарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү мөһим, ә бындай конкурс кино авторҙарына проектты тәҡдим итергә һәм финанслау алырға мөмкинлек бирәсәк.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Башлығы гранттары сайтында ҡарағыҙ.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-28/kinematografisty-bashkirii-mogut-podat-zayavku-na-kinosubsidii-ot-minkultury-rossii-onlayn-3408579

 

Кино төшөрөү өсөн субсидия
Кино төшөрөү өсөн субсидия
Автор:
Читайте нас