Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса ҡуйылған спектакль нисә йыл инде тулы зал йыя. Ошо көндәрҙә Иглин районы Охлебинино ауылында “Беҙҙе ҡалдырма” исемле тулы метражлы нәфис фильм төшөрөлә башланы. Режиссеры - Вилүрә Иҫәндәүләтова.
Фильм рус телендә буласаҡ. Сценарий буйынса, төп герой дуҫтар: урыҫ һәм башҡорт милләтенән.
Әҫәрҙә төп герой Ильясты Ғафури районы Толпар ауылынан Ансар Шәйәхмәтов башҡара. "Әҙерлек шаҡтай оҙаҡ барҙы, Ильясты уйнарҙай малайҙарҙы эҙләү генә ярты йыл самаһы дауам итте, һөҙөмтәлә Ансарҙа туҡталдыҡ. Үҫмер ҙә киноға төшөү өсөн етди ҡараны, ике ай буйы сәсен киҫтермәне, - ти Айгиз Баймөхәмәтов.
Әйткәндәй, кастингта 111 кеше ҡатнашҡан.
Ижади төркөмгә уңыштар теләйбеҙ!