Бынан тыш, республика көндәрендә БР Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, БР Милли симфоник оркестры һәм «Йатаған», «Хазина» һәм «Зәйнетдин» этно-проекттары ҡатнашлығында «Башҡортостан дуҫтарын йыя» концерты үтәсәк. Билдәле йырсылар Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың, Николай Басковтарҙың сығыш яһауы көтөлә.
Байрам барышында БР-ҙың туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләйәсәк. Сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға республика режиссерҙары фильмдары — «Алдар и серы волк», «Ни пуха ни пера», «Охотник Юлдыбай», «Из Уфы с любовью» һәм «Отряд Таганок» кеүек кинокартиналар күрһәтеләсәк.
«Был бик ҙур сара, бында иҡтисад-ара һәм гуманитар мөнәсәбәттәргә бәйле мөһим һорауҙар ҡараласаҡ, Эрмитаж, Арктика һәм башҡа музейҙар менән бәйләнеш булдырыласаҡ, парктарҙы төҙөкләндереү буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр буласаҡ. Был мөһим ваҡиға», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бынан алда «Башинформ» Мәскәү өлкәһенең Архангельское музей-ҡурсаулығы биләмәһендә республика көндәре үтәсәге хаҡында хәбәр иткәйне.