+20 °С
Облачно
Новости
20 Августа 2023, 12:19

Мин халҡымдың тарихы тураһында тағы ла тәрәнерәк белдем

-

- “Урал батыр” эпосын өйрәнеп, мин халҡымдың тарихы тураһында тағы ла тәрәнерәк белдем. Бәйгелә беренсе кластан уҡ үҙ көсөмдө һынап ҡарайым. Миңә һәр саҡ ярҙам иткән әсәйемә рәхмәтемде белдерәм, - ти, гран-приға лайыҡ булған Республика инженер лицей-интернатының 10 класс уҡыусыһы Рәзинә Шахморатова.

 “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ образы” номинацияһында - Наҙгөл Ғәбитова (Өфө ҡалаһы), “Иң яҡшы ир-егет образы” номинацияһында Илтимер Мырҙағолов (Бөрйән районы) еңеү яуланы.
Беренсе урынды Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе һәм Йылайыр районының Юлдыбай ауылы балалар баҡсаһының ижади коллективтары яуланы. Бынан тыш, өсөнсө урынға - Ләйлә Тимерғәлиева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Илһам Рәхимов (Ғафури районы), Әҙилә Әминева (Баймаҡ ҡалаһы), икенсе урынға Миләүшә Дусиева (Баҡалы районы), Яҙгөл Хәйруллина (Ишембай районы), Аида Йомағужина (Т.Йосопова исемендәге лицей) лайыҡ булды. Регина Ғәлиева (Белорет районы), Розалия Буранова (Бөрйән районы), Исмәғил Йәғәфәров (Бөрйән районы) беренсе урынды алды.
Афарин, балаҡайҙар, рухлы киләсәгебеҙ һеҙ беҙҙең!

Мин халҡымдың тарихы тураһында тағы ла тәрәнерәк белдем
Мин халҡымдың тарихы тураһында тағы ла тәрәнерәк белдем
Автор:
Читайте нас