Документҡа ярашлы, хәҙер журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәр ижад итеүсе һәм премияға лайыҡ булған ҡәләм оҫтаһына «Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаты» исеме, диплом, түшкә таға торған билдә һәм 500 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырыла.
Шулай уҡ иң яҡшы әҫәр ижад итеүсе һәм премияға лайыҡ булған авторҙар коллективына ла 500 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк бирелә.
«Ҡарар 2024 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә», – тип билдәләнә документта.
Бынан алда «Башинформ» хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта БР хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә. Премия 2022 йылдың сентябренән 2023 йылдың авгусына тиклем иң яҡшы әҫәрҙәр ижад итеүсе журналистарға, шулай уҡ авторҙар коллективына бирелә.
Ғаризалар 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.