+19 °С
Дождь
Новости
15 Августа 2023, 04:45

«Кейеҙфест»

Өфөлә «Ҡорама кейеҙ» Бөтә Рәсәй арт-симпозиумы барышында ҙур кейеҙ балаҫ эшләргә ниәтләйҙәр. Арт-симпозиум Рәсәй Рәссамдары союзы һәм Кейеҙ оҫталарының ижади союзы тарафынан ойошторола.

«Кейеҙфест»«Кейеҙфест»
«Кейеҙфест»

Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, күмәк кеше тарафынан баҫылған кейеҙ балаҫ 24 сентябрҙә Өфөлә «Кейеҙфест» фестивален ябыу тантанаһында күрһәтеләсәк. 4 – 6 ноябрҙә ул Санкт-Петербургта үткән «Новая жизнь традиций» халыҡ-ара арт-кейеҙ күргәҙмәһенә ҡуйыласаҡ.

Сарала ҡатнашыуға биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары һәм рәссамдар саҡырыла. Ғаризалар 31 авгусҡа тиклем vojlokfest@mail.ru электрон почтаһына йә 8 987 242 37 39 (ватсап) телефон һандары буйынса ҡабул ителә.

14 сентябргә тиклем ижади эштәрҙең төп нөсхәләре «Ижад» күргәҙмә залына тапшырылырға тейеш (Космонавтар урамы, 22).

Арт-симпозиум «Кейеҙфест» II Республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале барышында ойоштороласаҡ. Фестиваль Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбе һәм М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы тарафынан үткәрелә.

 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-14/v-ufe-sozdadut-bolshoy-voylochnyy-kover-3387925

 

Ләйлә Аралбаева

Автор:
Читайте нас