+9 °С
Ясно
Новости
10 Августа 2023, 05:01

«СӘХНӘЛӘРҘӘН ОСТОҢ КҮКТӘРГӘ, ДӘРТ ҠАНАТЫ ҠУЙЫП КҮПТӘРГӘ...»

Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына – 100 йыл

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан сәнғәте күгенең бихисап йондоҙҙары араһында Тамара Хоҙайбирҙина исемлеһе лә бар. Йылдар үткән һайын, был йондоҙ яҡтыраҡ яна. Ул яҡтылыҡтың асылына төшөнөргә тырышып, Тамара Шәһит ҡыҙының йәшәлгән ғүмер миҙгелдәрен, ижад баҫҡыстарын ҡабат-ҡабат байҡап алабыҙ.

Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, тиҙәр, хәтер ептәрен ҡабат тағатыуҙан шәхестең даны кәмемәй. Киреһенсә, бығаса аңлашылмағаныраҡ хәл-ваҡиғалар тағатыла, шәхес яңыса асыла.

Атаһынан Тамара ни бары йәш ярымда ғына ҡала. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән ялҡынлы әйтемдең көсө Тамара Шәһит ҡыҙының миҫалында тулыһынса асыҡ сағыла. Шәһит Әхмәт улының рух ныҡлығын, халыҡсанлығын, аҡылын, әсәһе – Маһруй Шәрип ҡыҙының нәзәкәтен, сәнғәткә һөйөүен Тамара тормош мәғәнәһе итеп алып үҙендә сағылдыра ала.

Өфөләге Яңы күпер урамындағы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәй Хоҙайбирҙиндар. Уларҙан тыш тағы бер нисә ғаилә үҙ ғәме-хәсрәттәре, шатлыҡтары менән ошо уҡ йортта көн итә.

– Ҡайһы бер иртәләр тыныс ҡына башлана ла, шундай уҡ тыныслыҡта төн етә ине. Бындай мәлдәрҙә хатта сабыйҙар ҙа шыбырлап илай. Ә ҡай саҡ иртә таңдан шау-гөр килгән йортобоҙ, кискә тиклем ошо хәлдә ҡала. Күрше-күлән бер-береһе менән һөрәнләп һөйләшә, бала-саға кемуҙарҙан ҡысҡырыша...

Тамара – шаян ҡыҙыҡай, гел йылмайған килеш хәтерҙә ҡалған. Кәүҙәһе йәтеш кенә, матур. Йәй көндәре ял итеү лагерына мине Тамараға ҡушып ебәрәләр ине. Ул минән олораҡ булыуы менән файҙаланып, үҙ туғаны һымаҡ итеп ҡарап йөрөтөр ине. Ғаиләһендә бер үҙе генә булһа ла, үтә лә яуаплы...

Рәзилә Ырыҫҡужина

(Мәҡәләне тулыһынса "Тамаша" журналының 2023 йылдың 4-се һанында уҡый алаһығыҙ)

«СӘХНӘЛӘРҘӘН ОСТОҢ КҮКТӘРГӘ, ДӘРТ ҠАНАТЫ ҠУЙЫП КҮПТӘРГӘ...»
«СӘХНӘЛӘРҘӘН ОСТОҢ КҮКТӘРГӘ, ДӘРТ ҠАНАТЫ ҠУЙЫП КҮПТӘРГӘ...»
«СӘХНӘЛӘРҘӘН ОСТОҢ КҮКТӘРГӘ, ДӘРТ ҠАНАТЫ ҠУЙЫП КҮПТӘРГӘ...»
«СӘХНӘЛӘРҘӘН ОСТОҢ КҮКТӘРГӘ, ДӘРТ ҠАНАТЫ ҠУЙЫП КҮПТӘРГӘ...»
«СӘХНӘЛӘРҘӘН ОСТОҢ КҮКТӘРГӘ, ДӘРТ ҠАНАТЫ ҠУЙЫП КҮПТӘРГӘ...»
Автор:
Читайте нас