

Фестивалдә ижади һәүәҫкәр һәм профессиональ командаларҙың авторҙары һәм ҡатнашыусылары, 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге урта һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәм студенттар ҡатнаша ала. Номинациялар араһында иң яҡшы уйын, документаль һәм анимация фильмы, шулай уҡ сюжетлы музыкаль клип ҡаралған.
Һайлап алыу шарттары буйынса, эштәрҙең хронометражы 40 минуттан артмаҫҡа тейеш, ижад итеү ваҡыты 2022 йылдан да алдараҡ булмаҫҡа тейеш. Ғаризалар 17 авгусҡа тиклем studvesna.rb@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Тулыраҡ – һылтанма буйынса.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәштәр йыйыны – 2023» 22-25 августа Башҡортостандың Бөрйән районында үтәсәк. Сарала «Мәктәп үҙидаралығы», «Студенттар үҙидаралығы. Вуздар», «Ауыл йәштәре», «Медиатрендтар», «Атайсал», «Йәштәр сәйәсәте кадрҙары» һәм Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға арналған интерактив майҙансыҡ платформалары эшләйәсәк.