+18 °С
Облачно
Новости
9 Августа 2023, 07:41

ҮТӘЛМӘГӘН ВӘҒӘҘӘ

Бер мәжүси кәмәлә йылға аша йөҙөп сығып барған. Уртаһына барып еткәс, дауыл сыға, юлсыға һәләк булыу ҡурҡынысы янай. Ул үҙенең илаһына ялбарып доға ҡыла башлай, ярға имен-аман барып етһә, егерме үгеҙҙе ҡорбанға килтерергә вәғәҙә итә.

ҮТӘЛМӘГӘН ВӘҒӘҘӘҮТӘЛМӘГӘН ВӘҒӘҘӘ
ҮТӘЛМӘГӘН ВӘҒӘҘӘ

Ләкин, ярға килеп еткәс, егерме үгеҙ ҡорбан өсөн йәл тойола, шуға ла ул үгеҙҙәр урынына егерме кәзә ҡорбан итергә була. Әммә тора-бара ҡорбан өсөн кәзә лә ҡиммәт тойола башлай һәм ул кәзәләр урынына 20 сәтләүек һатып ала.

Ҡорбан усағына китеп барғанда, асығыуҙы һылтау итеп, сәтләүектәрҙе ашап бөтә. Үҙенең илаһына ҡорбан итеп сәтләүектең ҡабыҡтарын ғына килтерергә оялмай ул.

Бәғзе бер иманһыҙҙар, хатта мәсихселәр ҙә ҡайһы берҙә шулай эшләп ҡуя. Ҡаты сир мәлендә йә ҡурҡыныс янағанда улар Аллаға ялбара, һауығыу ебәрһә, Уға ғына хеҙмәт итергә ант итә. Әммә барыһы ла яйланһа, биргән анттарын оноталар һәм элекке йәшәү рәүештәрен дауам итәләр. Ахыр сиктә, үлем килгәс, улар Аллаға үҙҙәренең маҡсатһыҙ үткән ғүмерен, мәжүсиҙең сәтләүек ҡабығы ише бер нигә тормаған буш күңелен тәҡдим итә...

Раббыға, Аллағыҙға, нәҙер әйтегеҙ, нәҙерегеҙҙе еренә еткереп үтәгеҙ! (Зәбүр 75:12)

... кем дә кем Раббыға нәҙер әйтһә йәки үҙен вәғәҙә анты менән бәйләһә, ул һүҙендә торһон, әйткәненең һәммәһен үтәһен.

(Һандар 30:3)

Аллаң Раббыға нәҙер әйтәһең икән, уны һис кисектермәй үтә, сөнки Ул уның мотлаҡ үтәлеүен талап итер, үтәмәйһең икән, гонаһ ҡылған булырһың. Әгәр нәҙер әйтмәгәнһең икән, бында гонаһ юҡ.

(Ҡанун 23:21-22)

Уйламай нәҙер әйтеү, әйткәндән һуң икеләнеп йөрөү – кешенең үҙ-үҙенә ҡорған тоҙаҡ.

(Хикмәттәр 20:25)

Аллаға нәҙер әйткәнһең икән, вәғәҙәңде тиҙ үтә, сөнки Ул ахмаҡтарға илтифат итмәй. Вәғәҙә иткәнеңде үтә. Вәғәҙә биреп тә үтәмәүҙән, вәғәҙә бирмәүең яҡшыраҡ.

(Вәғәзсе 5:3-4)

Автор:
Читайте нас