+19 °С
Дождь
Новости
8 Августа 2023, 05:23

Фәрит Бикбулатов. Хәтирәләр

Наилә Ғәләүетдинова Фәрит Бикбулатов хаҡында:

– Фәрит ағайҙы яратмау мөмкин түгел ине. Кешеләргә ҡарата һәр ваҡыт ихтирамлы һәм иғтибарлы булды. Миңә уның менән бергә радио һәм телевидение тапшырыу­ҙарын ғына түгел, ә бик күп, шул иҫәптән хөкүмәт концерттарын да алып барырға тура килде. Күңеле лә, үҙе лә, йырҙары ла матур ине. Ул замандарҙа шул тиклем талаптар ҡаты булды, телевидениела ғына түгел, сәхнәгә лә ҡағыҙ тотоп сығыу һирәк күренеш ине. Көндәр дауамында күләмле текстар ятларға тура килде. Эшләй башлаған саҡта, тәжрибәле кеше булараҡ, Фәрит ағай миңә төрлө ауыр хәлдәрҙән һиҙҙермәйсә сығырға өйрәтте. “Наилә, әгәр уҡып торғанда туҡталып, һиңә ҡараһам, тимәк, мин һүҙҙәремде онотҡан булам. Һин, бер ни булмағандай итеп, үҙеңдең тексыңды һөйләй башла”, – тип көлдөрөп тә ала торғайны. Шулай, бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам ҡулын һуҙа-һуҙа бергә эшләнек Фәрит ағай менән.

Сираттағы концертта Фәрит ағайҙың йырлауын ишетеп, хайран ҡалдым. Аҙаҡ ҡына уның сәнғәт училищеһының вокал класын тамамлауын белдем. Үҙен өҫтөн ҡуйыу, маһайыу кеүек холоҡ уға бөтөнләй хас түгел ине. Балам бәләкәй саҡта йыш ҡына үҙемдең урынға эфирға сығыуын һорарға тура килде, ул ваҡытта тапшырыуҙарҙы алдан яҙҙырыу юҡ, таңғы сәғәт 6-сы яртыла тороп эшкә килергә кәрәк. Әммә ул хәлемде аңлап, һәр ваҡыт ризалыҡ белдерҙе. Ышаныслы кеше булараҡ ихтирам ҡаҙанды. Кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле кеше генә шундай матур тормош юлы үтәлер. Фәрит Бикбулатов беҙгә лә, туғандарына ла, йырсыларға ла матур үрнәк булып ғүмер кисерҙе.

Гөлнур Ҡыуатова, "Йәшлек" гәзитенән.

 

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит БИКБУЛАТОВ:

Атайым Хәйбулла Бикбулатов Ленинградта уҡып ҡайтып, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында судья булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була:

Өлкән ағаһы Шәһит тә (1925—2001) һуғышта ҡатнаша. Артабан фән юлынан китә, иҡтисад фәндәре докторы (1991), профессор.

Фәрит Бикбулатов Юлдыбай ауылында ете класты тамамлағандан һуң, район комсомол комитеты юлламаһы менән киномеханик булып эшләй.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһының 1-се һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала профсоюздар ойошмаһы хорында йырлай.

Училищены тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү заводында үҙаллы хеҙмәтен башлай. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң хор һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Агитбригада составында концертарҙа ҡатнаша. Завод коллективы Бикбулатовҡа Өфө сәнғәт училищеһына инергә тәҡдим итә.

Өфө сәнғәт училищеһында Аэлита Хайрулла ҡыҙы Чемборисова класында уҡый. Уҡып йөрөгән йылдарында уҡ төрлө конкурстарҙа сығыш яһай башлай. 1967 йылда Польша Халыҡ Республикаһында үткән Хеҙмәт резервтары фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә. Профессиональ белем биреү коллективтары араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Башҡортостан фольклор әҫәрҙәре сығышы менән бик ҙур уңыш ҡаҙана. Йәш йырсы Фәрит Бикбулатов тураһында күп сит ил гәзиттәре яҙып сығалар. 1968 йылда уҡ, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Башҡортостан" ижад клубына эшкә саҡырыла.

1969 йылда сәнғәт уҡыу йортоноң вокал бүлеген уңышлы тамамлап, 21 йыл буйына Фәрит Хәйбулла улы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй: башта диктор, артабан мөхәррир, йыр бүлеге өлкән мөхәррире була. 1989—98 йылдарҙа «Башҡортостан» ижад клубында директор һәм солист вазифаһын башҡара. Үҙен юғары квалификациялы журналист, оҫта йырсы, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы итеп таныта. Төрлө конкурстар ойоштороусы һәм ҡуйыусы булараҡ киң танылыу яулай. «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе.

Фәрит Бикбулатов. Хәтирәләр
Фәрит Бикбулатов. Хәтирәләр
Фәрит Бикбулатов. Хәтирәләр
Фәрит Бикбулатов. Хәтирәләр
Фәрит Бикбулатов. Хәтирәләр
Фәрит Бикбулатов. Хәтирәләр
Автор:
Читайте нас