+25 °С
Ясно
Новости
4 Августа 2023, 09:37

«Нур» театрында яңы премьера көтөлә

Өфө татар театрының ижади коллективы яңы миҙгелдә тәүге тапҡыр йәйге ялдан һуң йыйылды. Директор Фирзәт Ғәбиҙуллин артистарҙы эшкә сығыуҙары менән ҡотланы һәм уларҙы быйылғы пландары менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, һүҙ буласаҡ гастролдәр һәм яңы спектаклдәр хаҡында барҙы.

«Нур» театрында яңы премьера көтөлә«Нур» театрында яңы премьера көтөлә
«Нур» театрында яңы премьера көтөлә

Баш режиссер Азат Йыһаншин, йыйылыусыларҙы сәләмләп, көтөлгән ҙур эш хаҡында һөйләне. Коллектив Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса репетицияларға тотона.

Матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тиҙҙән театрҙың яңы йөк автомобиле барлыҡҡа киләсәк. Был гастролдәрҙе ойоштороуҙы күпкә еңеләйтә. Бынан тыш, тиҙҙән яңы яҡтылыҡ һәм музыкаль аппаратура файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Миҙгел юбилейҙарға бай буласаҡ. Сентябрҙә «Нур» күренекле драматург Наил Ғәйетбаевтың 75 йыллыҡ юбилейына арналған декаданы «Бөтәһенә лә сик бар» спектакле менән аса һәм үҙенең сәхнәһендә декадала ҡатнашыусыларҙы - Туймазы татар дәүләт драма театрын һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрын ҡабул итә.

Популяр авторҙар Зифа Ҡадироваға октябрҙә — 65, Айгиз Баймөхәмәтовҡа 35 йәш тула, был даталарҙы байрам итеүҙә нурҙар ҙа ҡатнаша.

Фирзәт Фәрит улы артистарҙы яңы хеҙмәткәр — актриса Ынйы Йосопова менән таныштырҙы һәм уңышлы эш теләне. Хормейстер Афарим Аҡсурин хор концерты ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Актриса Ленария Хәзиева «Нур» балалар театр студияһында ҡанаттарын нығытҡан балаларҙың сәнғәт донъяһында абруйлы уҡыу йорттарына инеү шатлығы менән уртаҡлашты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-04/v-ufe-teatr-nur-postavit-tragediyu-mustaya-karima-v-noch-lunnogo-zatmeniya-3372469

 

Автор:
Читайте нас