+24 °С
Облачно
Новости
4 Августа 2023, 13:47

Бесәнсе мажаралары

Мин инде бына аҙнаға яҡын Баймаҡ больницаһының карауатын тызып ятҡансы Рәмисем бесән бөткән . Әлхәмдүлилләһ. Быйыл бесән эшләү оҙаҡҡа һуҙыла биреп ҡуйҙы. Көн торошо боҙолоп , көндәр һалҡынайтҡас, бер аҙға туҡтап торҙо. Ә былай хәҙер артыҡ ауыр түгел бесән мәле. Саба ,тырмата, бәйләй. Тотошлайы менән техникаға күсеп алды ауыл халҡы тиһәң дә була. Ауылда бесән эшләшерлек, кәбән һалышырлыҡ кеше лә ҡалманы. Ауыл ҡартая. Ололар малын бөтөрә. Туғандар ҡунаҡҡа тип саҡырһаң ғына килә. Элек отпуск мәле етеүе менән һәр кем "обязан" кеүек ҡайта торғайны, күңелле булды.

Бесәнсе мажараларыБесәнсе мажаралары
Бесәнсе мажаралары

Иртәнсәк әлән-борхан йыйынып сығып китәһең. Барғас йә тоҙ, йә икмәк, йә заварка онотолған була. Ҡайныма күрһәтмәй генә ауылға берәйһен оҙатаһың. Заварка бик ҡурҡыныс түгел, үлән һалып та эсеп була. Икмәк менән тоҙ ятып ҡалһа — бөттө баш. Шуға мин сумка төбөнә иң беренсе шул ризыҡтарҙы һала торғайным. Барғас та стан урынын йыйыштыраһың, үлән баҫҡан булһа, уратып сабып сығаһың. Алан-йолан ҡаранып, шишмә буйына төшөп киләһең. Айыу ағай ятып ҡуймаһын тип. Тағандарҙы рәтләгәс, ут яғып ебәрәһең. Ҡаҙан аҫаһың. Беҙ обедҡа ла, ужинға ла ит бешереп ашап ҡайта торғайныҡ. Ул ҡайнымдың яҙылмаған законы. Төшкә – тауыҡ, кискә мотлаҡ һарыҡ ите.

Ит ҡайнағас, яйлап бешә торһон, тип һәнәк тотаһың да яланға сығаһың. Зилә апай повар булһа, ҡаҙан тирәһенә больше бармаҫҡа ла була. Ул булмаһа көн үҙәгендә ялан менән ҡаҙан араһына "еп һуҙаһың".

Беҙҙең яҡта күбәләү өсөн әҙерләгән бесәнде күпәйсек тип атайҙар. Ҡатындар күпәйсекләй. Һуңғы йылдары беҙ күбәләп тормай, шунда уҡ кәбән һала башлай торғайныҡ. Эште еңеләйтеү ҙә, тиҙләтеү ҙә булғандыр. Лузаға ҡойоу тип атала шикелле.

Мине Рәмис йә кәбән башына ырғыта, йә кәбән һөйрәп йөрөү өсөн тракторға ултырта. Иң яратмағаным — кәбән башында тороу. Аҫтан 7-8 ир бесән ырғыта, аяҡ-ҡул һыҙырылып бөтә, тапалап өлгөрмәһәң — әрләнәһең. Ослап бөтөрә алмай бесән етмәһә лә һин ғәйепле. Унан Рәмис: "Эшкинмәгән, ослай башла, аңҡайып нимәңде ҡарап тораһың, әллә кәбән башына менеп йоҡлай ҙа ҡуя!" - тип маҡтап ебәрә.

Трактор менән кәбән тағып йөрөү — еще ла ҡурҡыныс. Кәбән ҙурая килә яуаплылыҡ арта. Һөҙәк урын булһа, тигеҙ ергә менеп еткәнсе Рәмис ҡашын емереп, йоҙроғон төйөп көтөп тора. Улайтып торған кешенән мин дә, кәбән дә ҡурҡабыҙ. Кәбән хатта ҡыйшайып барған еренән турайып үтеп китә. Ҡапыл ҡуҙғалырға ла ярамай, һелкетә тартһаң, кәбән башында торған кеше "ярп" итеп ҡолап китә. Тағы һин ғәйепле. Мин ул саҡ тыштағыларға ҡарамаҫҡа тырышам. Беләм бит инде кемеһе баш һелкеп, кемеһе ҡаш төйөп, кемеһе мыҫҡыл итеп ҡарап тора. Мин трактор эсендә илай-илай йөрөйөм. Иҫләһәң, ҡыҙыҡ. Бесән мәлендә бөтәһе лә агрессивный була бит.

Киске ашҡа "һажжжж" итеп ҡайнымдың уазигы килеп етә. Унан "йылп" итеп ҡайным, тумраңлап бейем, йывырлашып балалар килеп төшә. Йәшелсә-емеш, арбуз, башҡа тәмле-татлы тейәп киләләр. Ҡәйнештәрҙе иртәрәк мал ҡаршылауға тип ҡайтарып ебәрәбеҙ ҙә, Ай ҡалҡҡансы, фар яғып шунда "сыууууу" булабыҙ.

Ҡайтҡас, кем уҙарҙан, мунсаға йүгерәләр.

Бикәмдәр менән өс һыйырҙы гөбөрләтә һауабыҙ, мунсаға иң һуңынан барабыҙ.

Иртәнге бесәнгә тағы тамаҡ һалып әҙерләп, төйнәп, йыйып, йыуып, ябып саҡ ятып китәһең...

 

Зөлфирә Таһирова, 2 август 2023 йыл

https://vk.com/feed?w=wall123594475_25016

 

Автор:
Читайте нас