+12 °С
Облачно
Новости
3 Августа 2023, 05:24

Шундай матур байрам булды бөгөн!

-

Моңландыҡ та, һоҡландыҡ та, уйландыҡ та, ҡыуандыҡ та. Мәжит Ғафури үҙен халыҡ нисек яратҡанын, ҙурлағанын күк йөҙөнән ҡарап торһа, ҡалай ҡыуаныр ине! Башҡортостандың тәүге халыҡ шағирының ҡайһы бер әҫәрҙәре бөгөн дә актуаль. Әле генә яҙылған, тиерһең. Шиғриәт байрамында халыҡ шағирҙары, яҙыусылары, билдәле шәхестәр, әҙиптең туғандары менән бер рәттән йәш шағирҙарҙың да сығыш яһауы сараға уғата сағыу биҙәк өҫтәне. Уларҙың ихлас, саф тауышы һаман да ҡолаҡта яңғырап тора кеүек! БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы - Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы ойошторған был бик йөкмәткеле, күркәм сара Мәжит Ғафури һәйкәленә һәм ҡәберенә сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall132697015_9106%2Ff13f2fede9860b4f76

 

Шундай матур байрам булды бөгөн!
Шундай матур байрам булды бөгөн!
Автор:
Читайте нас