

Шулай уҡ 23 августан 24 сентябргә тиклем кейеҙ оҫталары һәм рәссамдар араһында Арт-симпозиум һәм Рәсәйҙә педагог һәм остаз йылына арналған мәҙәни-ағартыу программаһы үтәсәк. Мастер-шоу, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, ижади осрашыуҙар, лекциялар, дефиле һәм квестар Өфөлә генә түгел, фестивалдә ҡатнашыусы учреждениеларҙа ла үтәсәк. Уларҙы художестволы кейеҙ менән эшләгән профессиональ рәссам-педагогтар үткәрә. Улар «Ҡорама кейеҙ» йәки «Япраҡ кейеҙ» коллектив кейеҙ келәмен эшләү буйынса арт-симпозиумда ла ҡатнаша ала.
Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстан Республикаһының 46 мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһынан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусынан 469 ғариза «Кейеҙфест» художестволы кейеҙ фестивале сиктәрендә үткәрелгән конкурс жюрийына тапшырылды. Иң яҡшы 115 конкурс эше менән кейеҙҙән эшләнгән балалар сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһендә танышырға мөмкин. Бында йәш рәссамдарҙың традицион һәм заманса (традицион булмаған) техникала башҡарған төрлө художестволы кейеҙ төрҙәре тәҡдим ителәсәк.
Фестивалде Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбе һәм М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ойоштора. Фестиваль Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, Мәғариф буйынса Республика уҡыу-методик үҙәге ярҙамында уҙғарыла. Фестивалдең партнерҙары – «Рәсәй рәссамдар Союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм Халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзының БР-ҙағы төбәк вәкиллеге.