+20 °С
Дождь
Новости
30 Июля 2023, 05:38

Радик Динәхмәтов нисек хәрби әҙерлек үтеүе хаҡында һөйләне

-

Дүртөйлө районының Әсән ауылынан йырсы Радик Динәхмәтов медицина взводы составында МХО биләмәһенә юлланырға әҙерләнә. 58 йәшлек һалдат "Әсән" ҡушаматын һайлаған. Уның һүҙҙәренсә, тыуған илебеҙ бөгөн ир-егеттәрҙең һаҡлауына мохтаж.

— Тыуған ил берәү генә, беҙ уны һаҡларға тейеш. Йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә бер теләк берләштерә - ошо афәтте еңеп ҡайтыу. Мине ғаиләм көтә. Әсәйемә августа 80 йәш тула. Ейәнсәремде, Сабина ҡыҙымдың Айлин исемле ҡыҙын һағындым, — ти Радик Динәхмәтов.
 
 
 
"Радик Динәхмәтовты мин сәнғәтебеҙҙең выжданы тип атар инем. Әхләки яҡтан унан да сафлыраҡ кеше юҡтыр был донъяла. Хәрби операцияға ул йөрәк ҡушыуы буйынса китте. Бығаса йыл ярым филармонияның тынлы оркестры составында төрлө райондарға һәләк булған һалдаттарҙы ерләүҙәргә йөрөнө. Түҙмәне, китте. Санитар булһа ла, булмаһа ла, ул теләһә кемде йылы һүҙе, уҡыған доғаһы, көйләгән мөнәжәте менән дауалай ала. Унда шундай сихри көс бар", - тип яҙа уның тураһында сәнғәт фәндәре докторы Гөлназ Ғәлина.
 
Радик Динәхмәтов нисек хәрби әҙерлек үтеүе хаҡында һөйләне
Радик Динәхмәтов нисек хәрби әҙерлек үтеүе хаҡында һөйләне
Автор:
Читайте нас