+7 °С
Ясно
Новости
28 Июля 2023, 05:00

Аллаһтың рәхмәте яуһын

Рәхмәт тигәнгә ҡарағанда, Аллаһтың рәхмәте яуһын тип әйтеү дөрөҫөрәк, тиҙәр. Ни өсөн шулай тип әйтергә кәрәк?

«Өмөт» мәсете имам хатибы Рауил хәҙрәт Бикбаев:

- Рәхмәт һүҙенең ғәрәпсәһе - шукр. Мәғәнәһе: һиңә ҡылған изгелеккә изгелек менән ҡайтарыу. Аллаһы Тәғәләнең туҡһан туғыҙ исеме араһында «әш-шәкүр» тигәне лә бар, йәғни шөкөр итеүсе. Раббыбыҙ әҙәм балаһының бәләкәй генә изгелеген дә күп итеп ҡайтара, сөнки Уның рәхмәте киң.

 

Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в.)дең бер хәҙисендә әйтелгәнсә, кеше икенсе берәүгә бер хөрмә емеше генә бирһә лә, Аллаһы Тәғәлә уны тау ҡәҙәр үҫтереп бирә.

Беҙ иң беренсе сиратта Аллаһы Тәғәләгә, шунан ата-әсәйҙәребеҙгә рәхмәтле булырға тейеш. Раббыбыҙ беҙҙе был донъяға килтерҙе, сәләмәтлек бирҙе, күҙҙәр бирҙе, тағы бик күп ниғмәттәр бирҙе, шулар өсөн Уға рәхмәтле булайыҡ, йәғни Уның алдындағы ғибәҙәттәрҙе үтәргә тырышайыҡ.

 

Намаҙ уҡырға, саҙаҡа бирергә, ураҙа тоторға, зәҡәт түләргә, мөмкинселеге булғандар хажға барырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә, әгәр ҙә мин биргән ниғмәттәргә шөкөр итһәгеҙ, мин уларҙы арттырып бирермен, ти. Күп ваҡыт үҙебеҙ ҙә Аллаға шөкөр, биргәненә шөкөр, тип әйтергә яратабыҙ. Әҙәм балалары ла бер-береһенә рәхмәтле булырға тейеш.

 

Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в.) һүҙҙәренсә, кем кешеләргә рәхмәт әйтә белмәй, ул Аллаһҡа ла рәхмәтһеҙ. Һиңә яҡшылыҡ эшләгән кешегә яҡшылыҡ менән ҡайтарыу дөрөҫ. Пәйғәмбәребеҙ, ҡайтара алмаһағыҙ, уға доға ҡылығыҙ, тине. Ул кеше һинән өҫтөн булып ҡалмаһын, сөнки Әҙәм балалары Аллаһ ҡаршыһында тигеҙ булырға тейеш. Изгелек эшлә лә онот, ә һиңә изгелек эшләгәндәрҙе онотма.

 

Һиңә яҡшылыҡ эшләгән кешегә «жазака аллаһу хайран» тип әйтергә кәрәк, тәржемәһе: Аллаһ ошо изгелегең өсөн һиңә иң ҙур язаһын бирһен. Язаһын тигән һүҙҙе бында сауабын тип аңларға кәрәк. Был ҡоро рәхмәт әйткән кеүек кенә булмай, уға доға ҡылып ҡуяһың. Ул да һиңә вә ийәкә ти, былай тип әйтеү сауап һанала. Шуға күрә рәхмәт һүҙе урынына «Аллаһтың рәхмәте яуһын» тиһәң, ул һиңә изгелек ҡылыусыға доға ҡылған кеүек була. Рустарҙа ла «спасибо» һүҙе - «спаси вас Бог» һүҙенән, йәғни доғанан килеп сыҡҡан.

 

Дилбәр Ғарифуллина

"Шәһри Ҡазан"

#доғалыйорт

Аллаһтың рәхмәте яуһын
Аллаһтың рәхмәте яуһын
Аллаһтың рәхмәте яуһын
Автор:
Читайте нас