+16 °С
Облачно
Новости
27 Июля 2023, 04:53

Алып барыусыларға кастинг башлана

Республиканың төп телеканалында алып барыусыларға кастинг башлана. Унда 22 йәштән 50 йәшкә тиклем һәр кем ҡатнаша ала.

Кастингта ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың 4 авгусына ҡәҙәр bash.news сайтындағы анкетаны тултырып ебәрергә кәрәк. Һайлап алыу турын үткәндән һуң, Башҡортостандың төп телеканалына кастингҡа саҡыралар. Рус йәки башҡорт телдәрендәге анкеталар ҡарала.

Кастингта ҡатнашыусыларҙың сығышын баһалауҙың төп критерийҙары — алып барыусы сифатында эшләү оҫталығы, телмәр мәҙәниәте, тышҡы ҡиәфәт, таныш булмаған текст менән эшләү оҫталығы. Ҡатнашыусы анкетаһын һылтанма буйынса тултырырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-07-26/telekanal-bst-ob-yavlyaet-kasting-veduschih-3357376

Ләйлә Аралбаева
Алып барыусыларға кастинг башлана
Алып барыусыларға кастинг башлана
Автор:
Читайте нас