+16 °С
Облачно
Новости
26 Июля 2023, 05:45

Башҡортостандан йәш модельер Ҡояш Хисаметдинова «iВолга» форумының милли костюмдар конкурсында еңеү яулаған.


Һамар өлкәһендә «iВолга» Волга буйы федераль округы йәштәре форумы бара. Унда Башҡортостан делегацияһы әүҙем ҡатнаша. Республикабыҙ делегацияһы составында — 150 тирәһе ҡыҙ һәм егет, уларҙың күптәре форумда еңеү яуларға өлгөргән.

«Этника» стилләштерелгән милли костюм коллекциялары конкурсында Ҡояш Хисаметдинова — беренсе, ә «Героик эпос» халыҡ сәсәндәре конкурсында Луиза Думайская «Урал батыр»ҙы һөйләп өсөнсө урын яулаған.
https://vk.com/wall-19539250_5935
 
 
Башҡортостандан йәш модельер Ҡояш Хисаметдинова «iВолга» форумының милли костюмдар конкурсында еңеү яулаған.
Башҡортостандан йәш модельер Ҡояш Хисаметдинова «iВолга» форумының милли костюмдар конкурсында еңеү яулаған.
Автор:
Читайте нас