" Түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге ялдар дауам итә. Был осорҙо һәр кем онотолмаҫлыҡ, иҫтәлекле һәм мажаралы итеп үткәрергә тырыша. Сағыу ҡояш аҫтында, диңгеҙ буйында ял итеү өсөн әллә ни артыҡ мәшәҡәт юҡ. Ә беҙҙең театрыбыҙҙың актерҙары отпускта булыуҙарына ҡарамаҫтан үҙ эштәрен онотмай, мөкиббән китеп киләһе миҙгелдең иң көтөлгән премьераһына әҙерләнә - театрыбыҙҙың баш режиссёры Айрат Абушахмановтың Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы буйынса спектакле. Ошо уңайҙан беҙ “Бөйрәкәй менән бергә ял итәбеҙ” тип аталған рубрика иғлан итәбеҙ. Беҙҙең менән бергә булығыҙ, актерҙар ҡайһы тарафтарҙа һәм нисек ял итә, нисек премьераға әҙерлегенен күрерһегеҙ"- ти Башҡорт академия драма театры коллективы.