

Бөгөн үҙенең йәй көндәре тураһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы Эльмира Юлдашева һөйләй:
Хәйерле сәғәттә, дуҫтар! Йәйҙе, әлбиттә, ныҡ көтәбеҙ! Бигерәк тә ҡышҡы һыуыҡтарҙан һуң тәбиғәттен яҙ ҙа уяныуын, йәй ҙә бар тирә-яҡҡа йылы өләшеп, сәскәләргә күмелеүен, емеш-еләккә бай мәлен көтөп алыу, ошо мәлде кисереү үҙе бер бәхет! Мин йәйҙе ифрат яратам, сөнки минең тыуған көнөм дә йәйҙең иң матур айы – августа.
* Беҙҙең быйыл отпуск август айында, шуға күрә йәй айҙарында беҙҙең эштең ҡыҙыу мәле – гастролдәр, Һабантуй байрамдарында ҡатнашыуҙар.
* Мин бәхетлемен! Мин үҙемдең шәхси йортомда йәшәйем. Гөрләтеп баҡса үҫтереү, һәр бер сәскәнең матурлығын күреү, иртән ишек алдына сығып саф һауала таң ҡаршылау, һәр көндөң тәмен белеү минең өсөн оло шатлыҡ, ҡыуаныс! Сағыу ҡояшы, һалҡын ямғыры менән мин йәйҙе яратам.
* Концерттар араһында яҡын тирәләге ялан-туғайҙар буйлап йөрөп килеү, емеш-еләк, файҙалы дарыу үләндәре йыйырға яратам. Тәбиғәт ҡосағынан көс, энергия алам. Уйланам, пландар ҡорам.
* Балалар менән республикабыҙ буйлап йәйге сәфәрҙәргә сығырға яратабыҙ. Йылдан йыл беҙҙең ял итеү “географияһы” киңәйә, тулылана. Бигерәк тә Нөгөш, Талҡаҫ күлдәре, Ғафури районындағы Аҡташ тауы, Йылайыр районындағы Яманташ тауы беҙҙең өсөн яҡын, йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Хыялым – Ирәмәлгә барыу!
* Йәй айына файҙалы кәңәштәр? Теләктәр? Йәки берәй ниндәй йәйге рецепт менән бүлешегеҙ әле?
* Кәңәштәргә килгәндә. Ял итергә, файҙалы эштәр эшләргә лә ваҡыт йәлләмәгеҙ. Шул уҡ бесән сапҡан, йыйған ваҡытта файҙалы үләндәр йыйһағыҙ, ҡыш буйы рәхәтләнеп хуш еҫле сәйҙәр эсерһегеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яратҡан йәй айҙары бик тиҙ үтә, шуға күрә тәмен белеп ял итергә тырышығыҙ. Мәлендә бешкән емеш-еләк ашаһағыҙ, көс-хәл йыйырһығыҙ, ауырыуҙарҙан арынырһығыҙ.
* Рецепттарға килгәндә. Мин күберәк файҙалы ашамлыҡтарҙы өҫтөн күрәм. Турамаларға үҫемлек майы һалам, йәшелсәләрҙе парҙа бешерәм. Яратҡан балыҡ янына кабачки, баклажан, болғар боросо һалып парҙа бешереп ашау – минең иң яратҡан ризығым.
Шулай уҡ икмәкте лә ҡомалаҡтан һалам.
* Бөгөнгө көн менән йәшәү, бөгөнгө көндән ҡыуаныс күреү – минең булмышым, йәшәйешем. Барына риза булыу – минең күңел тыныслығым. Алдыңдағын күреп, файҙаһын белеп туҡланыу – минең һәм яҡындарымдың һаулығы.
Шуны онотмағыҙ, ғүмер бер – ҡәҙерен бел!