+20 °С
Дождь
Новости
20 Июля 2023, 05:20

Тирмән тарта, талҡан эшләй

Ул тәмле ризыҡ менән балаларын, күрше-күләнен, ауылдаштарын һыйлай.

Тирмән тарта, талҡан эшләйТирмән тарта, талҡан эшләй
Тирмән тарта, талҡан эшләй

Тиктормаҫ, эшһөйәр инәйҙәр һәр ауылда бар. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәгән Сәкинә Ибраһим ҡыҙы Буканова боронғо шөғөлдәребеҙҙең береһен һаман ташламай – тирмән тартып талҡан эшләй. Тәмле ризыҡ менән балаларын, күрше-күләнен, ауылдаштарын һыйлай.

Оҫта ҡуллы инәйҙе юлдыбайҙар шәл бәйләүсе тип тә белә. Өйөн үҙе эшләгән ҡорама юрғандар биҙәй. Ҡулдарының йылыһы һалынған, изге доғалар уҡый-уҡый эшләгән яҫтыҡ-юрғандарҙы бала-сағаһына бирнәлеккә бирә.

Сәкинә инәй эшләгән ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк бик уңып бешә, ти ауыл халҡы.

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2023-01-24/tirm-n-tarta-tal-an-eshl-y-in-y-3116908

Фото: Миләүшә Иҫәндәүләтова.

 

 

Тирмән тарта, талҡан эшләй
Тирмән тарта, талҡан эшләй
Тирмән тарта, талҡан эшләй
Тирмән тарта, талҡан эшләй
Автор:
Читайте нас