+24 °С
Дождь
Новости
20 Июля 2023, 18:06

Ҡөрьән сүрәләре генә янмай ҡалған

-

Әбйәлил районының Хәмит ауылындағы янғын бөтә республиканы тетрәндергәйне. Яңыраҡ өйҙәрҙең береһендә Ҡөрьән сүрәләре янмай ҡалыуы хаҡында билдәле булды. Был хаҡта ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина яҙған.

“Хәмит ауылындағы янғынға ла аҙна үтеп китте. Ошо күңелһеҙ ваҡиға Хәмит ауылы халҡында ғына түгел, илебеҙҙә йәшәселәрҙә ҙур тетрәнеү һәм ҡаза күреүселәргә теләктәшлек тойғоһо тыуҙырҙы. Янғын тураһында хәбәр таралғас та, ярҙам тәҡдим итеп, аҡса күсереүселәрҙең һәм матди ярҙамдың илебеҙҙең төрлө төбәктәренән булыуы хайран ҡалдыра. Бөгөн ҡаза күреүселәр урамда яңғыҙ ҡалдырмай ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтле, сөнки ваҡытлыса йәшәп торорлоҡ йорт, кейергә кейем, түшәк-юрған, аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба менән тәьмин ителде. Иң мөһиме, барыһы ла һау-сәләмәт, дуҫтары, туғандары, ауылдаштары яндарында.

Бер урында ятҡан ябай уҡыусы дәфтәре янып көлгә әйләнгән, ә Ҡөрьән сүрәләре яҙылған китап бөтөн, янып бөтмәгән, ғәжәп...”

"Бәхетнамә" тапшырыуы - Бахетнама БСТ төркөмөнән

Ҡөрьән сүрәләре генә янмай ҡалған
Ҡөрьән сүрәләре генә янмай ҡалған
Автор:
Читайте нас