+30 °С
Ясно
Новости
12 Июля 2023, 09:00

«Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре төркөмө һәм "Асанай" халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары Рәсәйҙең баш ҡалаһы  Мәскәүҙә Ғафури башҡорттарының фольклор  ынйыларын күрһәтте.

Ғафуриҙар мәскәүҙәрҙе  "Алпамыша" эпосы менән таныштырҙы

 «Ишектәрҙе асып, йөрәктәҙе асабыҙ» проекты сиктәрендә «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре төркөмө һәм "Асанай" халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары Рәсәйҙең баш ҡалаһы  Мәскәүҙә Ғафури башҡорттарының фольклор  ынйыларын күрһәтте.

- Мәскәүҙә башҡорт милли кейемендә йөрөү беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Мәскәүҙәргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ла был оҡшаны - беҙҙең менән фотоға төштөләр. Был сәйәхәт мәлендә Мәскәүҙе үҙебеҙ өсөн  өр яңынан астыҡ. Беҙҙең гидтар  булып та төп мәскәүлеләр үҙҙәре торҙо. Баш ҡаланың мәҙәни программаһы тулыһынса солғап алынды: иҫтәлекле һәм мөһим урындарға барыу, Мәскәү оперетта театрында тамаша ҡылыу, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар. Дүртенсе көндө беҙ концерт менән сығыш яһаныҡ.

Мәскәүҙәге дуҫтарбыҙ өсөн концерт «Алпамыша» башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк менән асылды. Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарынан ҡурай, думбыра һәм ҡумыҙ моңо яңғырауы, үҙенсәлекле өзләү техникаһы ҡулланылыуы менән отошло ул.  Башҡорт халыҡ ижады ынйыһын  оҫта итеп башҡорт эпостарын башҡарыусы, халыҡ сәсәне, Красноусол ауылы халыҡ театры режиссеры Илһам Байбулдин тәҡдим итте. Тамашасыларҙы ҡурай моңо, Рәйлә Сабитова һәм Әлфиә Степанова башҡарыуында  башҡорт халыҡ йырҙары хайран итте. Ә Рәзифә, Рим һәм Розалия Сәхиевалар  “Апалы-һеңелеле өс ҡыҙ”бейеүе менән сығыш яһаны. Осрашыу аҙағында проекттың авторы  Елена Алиеваға ҡашмау һәм түшелдерект тапшырылды, - ти Ғафури районынан проектта ҡатнашыусылар.

 

«Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре төркөмө һәм "Асанай" халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары Рәсәйҙең баш ҡалаһы  Мәскәүҙә Ғафури башҡорттарының фольклор  ынйыларын күрһәтте.
«Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре төркөмө һәм "Асанай" халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары Рәсәйҙең баш ҡалаһы  Мәскәүҙә Ғафури башҡорттарының фольклор  ынйыларын күрһәтте.
«Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре төркөмө һәм "Асанай" халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары Рәсәйҙең баш ҡалаһы  Мәскәүҙә Ғафури башҡорттарының фольклор  ынйыларын күрһәтте.
«Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре төркөмө һәм "Асанай" халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары Рәсәйҙең баш ҡалаһы  Мәскәүҙә Ғафури башҡорттарының фольклор  ынйыларын күрһәтте.
Автор:
Читайте нас