Конкурс республика, район, ҡала, берләштерелгән матбуғат киң мәғлүмәт сараларында эшләгән журналист өсөн публицистика буйынса берҙән-бер премияны күҙ уңында тота.
Материалдарҙа замандаштарыбыҙҙың образдары, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре сағылырға тейеш.
Конкурсҡа төрлө жанрҙағы материалдар — мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә китап тәҡдим ителә.
Бер автор өс кенә эш тәҡдим итергә мөмкин.
Ризуан Хажиев исемендәге премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла.
Әҫәрҙәр Журналистар союзы ҡарамағындағы Ризуан Хажиев исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссияға (Матбуғат йорто, 111-се бүлмә) 2023 йылдың 14 июленән 2024 йылдың 25 майына тиклем ҡабул ителә (бәйләнеш өсөн телефон: 8-917-368-32-84, Журналистар союзының яуаплы секретары Мәүлиҙә Яҡупова).
Премияға лайыҡ булған журналисҡа «Ризуан Хажиев исемендәге премия лауреаты» исеме, диплом һәм 50 мең һум аҡса тапшырыла.
Журналист-публицист конкурсы еңеүсеһенең исеме киләһе йылдың 14 июнендә — Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә иғлан ителә.