-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2023, 13:20

Илнар Хәтмуллин

Атаһы Илдар Булат улы, әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙы кеүек Илнар ҙа бейеүгә әүәҫ була, ҡаланың “Осҡон” халыҡ балалар ансамблендә шөғөлләнә. Оҫта йәш бейеүсене 2017 йылда балет артисы итеп эшкә алалар.  

Илнар Хәтмуллин 2000 йылдың 5 апрелендә Баймаҡ ҡалаһында тыуа. Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбендә 9-сы класты тамамлай. Унан Сибай сервис һәм төҙөлөш колледжында  “Автомеханика” йүнәлешендә уҡый.

Атаһы Илдар Булат улы, әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙы кеүек Илнар ҙа бейеүгә әүәҫ була, ҡаланың “Осҡон” халыҡ балалар ансамблендә шөғөлләнә. Оҫта йәш бейеүсене 2017 йылда балет артисы итеп эшкә алалар. 2019 йылда уҡыуын бөткәс, әрме сафында бранетранспортерҙа водитель-механик булып хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшен дауам итә.

Характеры буйынса Илнар тыныс, мәрхәмәтле, изге күңелле, аралашыусан, үҙ фекерле, дуҫтары араһында абруйлы була.

2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизацияға эләгә, махсус хәрби операция биләмәһендә мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итә.

2023 йылдың 30 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Илнар, бәхил бул. Тыныс йоҡла. Беҙ ҙә ата-әсәһенең, һеңлеһенең, кәләше Фидалияның, биш айлыҡ ҡына улы АсландыҢ яҡындарының, тотош Сибай филармонияһы коллективының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ һәм уларға сабырылҡ, түҙемлек теләйбеҙ. Йәне йәннәттә булһын, Илнарҙың!

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-07-10/tynys-yo-la-ilnar-k-el-y-ray-y-r-k-rney-3333886

 

Илнар Хәтмуллин
Илнар Хәтмуллин
Автор:
Читайте нас