+18 °С
Облачно
Новости
10 Июля 2023, 08:30

Башҡортостанда «Ҡош Юлы. Балалар» республика балалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

-

Ейәнсура районында «Ҡош юлы» республика конкурсы барышында «Ҡош Юлы. Балалар» балалар конкурсы уҙҙы. Байрамда район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, проектҡа нигеҙ һалыусы Азамат Юлдашбаев һәм конкурстың режиссеры Минзәлә Яхина ҡатнашты.

Автор йырҙары башҡарылған конкурс юғары кимәлдә үтте, ти ойоштороусылар. Балалар алдында билдәле бардтар, проектты ойоштороусылар, авторҙар һәм башҡарыусылар Илгиз Муллағәләмов, Тимур Ямалов һәм Заһир Ишкинин сығыш яһаны. Йыр-моң бәйгеһендә 11 йәш бард ҡатнашты. Конкурста беренсе урынды Өфөнән Наилә Атнағолова яуланы, икенсе урынды – Өфөнән Тимерхан Кәбиров, өсөнсө урынды Ейәнсура районынан Ильяс Шәйәхмәтов алды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-07-08/v-bashkirii-opredelili-pobediteley-detskogo-respublikanskogo-konkursa-osh-yuly-balalar-3332818

Башҡортостанда «Ҡош Юлы. Балалар» республика балалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Башҡортостанда «Ҡош Юлы. Балалар» республика балалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Автор:
Читайте нас