«Аламыс», «Алтын майҙан - Абхазия» этноконкурсындағы студия ағзалары «Кәкүк сәйе» бейеүен, «Бер ҡартлыҡта, бер йәшлектә» фольклор-этнографик бейеүен, «Бала ҡарға» бейеү спектаклен күрһәтә. Бынан тыш, һабантуйҙа, Гала-концертта, РФ Ҡораллы Көстәренең хәрби базаһында хәйриә концертында сығыш яһаясаҡтар. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм һөнәрселәр күргәҙмәһендә селтәрҙе боронғо башҡорт костюмдары һәм аксессуарҙар менән таныштырыу күҙаллана. Улар «Киске уйын» программаһына башҡорт халыҡ уйындарын һәм башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресен индерҙе.