+16 °С
Облачно
Новости
3 Июля 2023, 06:00

Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.

Ике көн дауамында барған сара бай программалы булды. Беренсе көндә Әбделкәрим, Янғаҙы ауылдары һәм Сибай ҡалаһы халҡы ырыуҙаштарын ҡабул итһә, төштән һуң сара Баймаҡ ҡалаһында фәнни-ғәмәли конференция менән дауам итте.

— Район хәкимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа, Баймаҡ ҡор башы Рим Сөләймән улына, Баймаҡ район советы депутаты Шайморат Тимербулатовҡа , шулай уҡ түңгәүер тарихына арналған ғилми конференция үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн Фуат Сулеймановҡа, Азат Ярмуллинға, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа, һәм был йыйындың уңышлы үтеүенә ярҙам иткән һәр бер ырыуҙашыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - ти Түңгәүер ырыуы Ҡор башы Хөрмәтулла Үтәшев.

Ҡор башы йыйындың ҡуйылған маҡсаттарға ирешкәнен әйтеп сыҡты: «Ырыуҙаштарыбыҙ йәшәгән Әбделкәрим, Ишбирҙе, Яңғаҙы , Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендә йыл башынан алып актив эштәр атҡарыла башланы. Ауылдар төҙөкләндерелде, өмәләр үткәрелде. Урындағы халыҡтың рухы күтәрелеп түңгәүер ырыуы тарихына иғтибар бермә бер артты», — тип билдәләне Хөрмәтулла Ғәззали улы.

Йыйындың икенсе көнөндә Граф күле буйында Түңгәүерҙәрҙең Һабантуйы үтте. Төрлө милли уйындар, көрәш һәм спорт уйындары ойошторолдо. Ә байрам концертында Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, райондарының һәм Сибай ҡалаһының үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны.

Түңгәүер ырыуы һабантуйында, төрлө спорт ярыштары ойошторолдо. Шулайҙа иң сәмле ярыш ул - Ғаззали батыр Үтәшев исемендәге призға милли көрәш майҙаны булды. Хаҡлы рәүештә Ғаззали Үтәшев исемендәге призға Баймаҡ районы Татлыбай ауылы егете Нәбиев Венер лайыҡ булды.
Еңеүсегә призды район башлығы Фәнис Әминев һәм батырҙың балалары Рәхимә, Хөрмәтулла һәм Хөсәин Үтәшевтәр тапшырҙы.

Хәйбуллалар башҡорт халҡының милли асылын сағылдырған тирмә ҡорҙо, Сиҙәм, Маҡан ауылдары биләмәләренең уңғандары тарафынан сағыу күргәҙмә әҙерләнде. Һаҡмар- Наҙарғол ауылының данлыҡлы ҡорот оҫталары тирәләй кеше өҙөлмәне. Тирә- яҡты өйрәнеү музейы әҙерләгән күргәҙмә иһә Түңгәүер ырыуының Хәйбулла ерлегендә тыуып үҫкән билдәле шәхестәре хаҡында бәйән итте.

Түңгәүерҙәр штандарты Хәйбулла районына күсте. Тимәк, алтынсы йыйын киләһе йылда Хәйбулла районда уҙасаҡ!

«Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите материалдары файҙаланылды

Фотолар: Баймаҡ ҡалаһының "Халыҡ ижады үҙәге" сәхифәһенән алынды

https://vk.com/kurultaibashkir

 

Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.
Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.
Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.
Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.
Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.
Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.
Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.
Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны уҙҙы.
Автор:
Читайте нас