+20 °С
Дождь
Новости
3 Июля 2023, 05:44

«Ат иле»: Башҡортостан Республикаһының Милли музейында аттарға арналған күргәҙмә асыла

-

2023 йылдың 4 июлендә көндөҙгө сәғәт 12-лә республиканың төп музейында Башҡортостан Республикаһы Милли музейының 160 йыллығына арналған «АТ ИЛЕ» күргәҙмәһе асыла. Экспозиция «АТ ИЛЕ» I төбәк-ара ижади проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.

Күргәҙмәлә Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Саха (Яҡут) Республикаһынан, Хакасиянан, Алтайҙан, Дағстандан һәм Беларусь Республикаһынан 50-нән ашыу оҫтаның эштәре тәҡдим ителә. «АТ ИЛЕ» йомғаҡлау күргәҙмәһенең нигеҙе - һынлы сәнғәттә, графикала, автор һәм биҙәү-ҡулланма техникаһында ат образын художестволы интерпретациялау.

(Сулпан Билалова картинаһы)

«Ат иле»: Башҡортостан Республикаһының Милли музейында аттарға арналған күргәҙмә асыла
«Ат иле»: Башҡортостан Республикаһының Милли музейында аттарға арналған күргәҙмә асыла
Автор:
Читайте нас