+24 °С
Облачно
Новости
30 Июня 2023, 07:00

Иң яҡшы спектакль беҙҙеке

Сыуашстандың баш ҡалаһында 2023 йылдың 24-28 июнендә үткән IV «Әкиәт каруселе» халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале тамамланды. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Сыуаш дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә «Алты хис» спектаклен тәҡдим итте. Пьесаның ҡуйыусы режиссеры һәм авторы Надежда Беззубова һәм Александр Верхоземский.

Өфө ҡурсаҡсылары был сарала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Фестивалдең иң яҡшы традициялары – Рәсәй Федерацияһы территорияһында һәм унан ситтә йәшәгән халыҡтарҙың ижади бәйләнештәрен нығытыу һәм театр мәҙәниәттәрен үҙ-ара байытыу; ҡурсаҡ театрының донъя сәнғәтенең алдынғы ҡаҙаныштарын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау. Төп йүнәлеше һәм тематикаһы – урам театры.

Программа ярайһы уҡ бай булды. Быйыл Сыуашстанда ҡурсаҡсылар фестивалендә Владимир, Ҡурған, Кострома өлкәләренән; Башҡортостан, Мордовия, Удмуртия, Сыуашстан, Донецк халыҡ Республикаларынан профессиональ ҡурсаҡ театрҙары сығыш яһаны. Яҡын сит илдәрҙән Брест ҡурсаҡ театры һәм яңы коллектив – Үзбәк милли ҡурсаҡ театры онлайн форматта сығыш яһаны. Чебоксар тамашасылары тыуған ҡалаларынан бер ҡайҙа ла китмәйенсә, заманса театр формалары менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектаклде ике тапҡыр: беренсе тапҡыр тамашасылар өсөн, икенсе тапҡыр фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн уйнаны. Һәр спектаклдең финалында зал, актерҙарҙы сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәйенсә, аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы. “Алты хис" тәнҡитселәр һәм жюри тарафынан юғары баһаланды, уның составында: Армине Владимировна Оганесян Роман Виктюк Театрының ижади проекттар һәм тамашасы менән эшләү буйынса директор урынбаҫары, республикала һәм унан ситтә лә билдәле театр белгесе һәм театр тәнҡитсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дина Ғатуевна Дәүләтшина эшләне.

Фестивалде ябыу тантанаһына йомғаҡ яһалды. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының «Алты хис» спектакле «Иң яҡшы спектакль» номинацияһында еңеүсе тип танылды.

https://kulturarb.ru/ru/news/spektakl-bashkirskogo-gosudarstvennogo-teatra-kukol-shest-chuvstv-stal-luchshim-na-festivale-teatrov-kukol-v-cheboksarah

 

Иң яҡшы спектакль беҙҙеке
Иң яҡшы спектакль беҙҙеке
Иң яҡшы спектакль беҙҙеке
Автор:
Читайте нас