+20 °С
Облачно
Новости
28 Июня 2023, 10:34

Тирә-йүндә – берҙәмлек рухы

Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә 3 йәштән 15 йәшкә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың “Байыҡ” телевизион конкурсының гала-концертты үтте, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Башҡортостандан килгән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы бейеүгә маһирлығын күрһәтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ил төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уларҙың туған телебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға индергән өлөшөн юғары баһалай. Әйтергә кәрәк, милләттәштәребеҙ үҙҙәрен төрлө яҡтан һәләтле һәм булдыҡлы шәхестәр итеп күрһәтә, шул иҫәптән бейеү сәнғәтендә лә. Ошоно иҫәпкә алып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сит төбәктәрҙән “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, уңыштарға өлгәшкән коллективтарҙың етәкселәрен халҡыбыҙ мәнфәғәтендә әүҙем эшмәкәрлек алып барғаны, башҡорт мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ойошманың иң юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән наградланы.

Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева тапшырҙы.

Шулай итеп, Татарстандың Аҡтаныш районы “Йәшлек” халыҡ хореографияһы үҙешмәкәр ансамбле етәксеһе Регина Фәтхетдинова; Силәбе ҡалаһының “MILLI DANCE” ансамбле етәксеһе Милена Мәхмүтова; Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһындағы “Илһам” бейеү студияһы етәксеһе Зарема Дәүләтбәкова; Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһының “Уралым” коллективы етәксеһе Айгөл Әмирова; Мәскәү ҡалаһының “Алтын ай” башҡорт бейеүе ансамбле етәксеһе Ансар Исҡужин; Ханты-Манси автономиялы округының “Шатлыҡ” бейеү ансамбле етәксеһе Лилиә Ғарифуллина юғары наградаға лайыҡ булды.

Танылған журналист, “Байыҡ” телевизион проекты авторы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаева бейеү фестивале юғары кимәлдә үтеүен, ҡатнашыусыларҙың алыҫ араларҙы йыраҡ тип тормай, Өфөгә дәррәү килеүен билдәләне. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының милли бейеү коллективтарына шундай юғары иғтибар күрһәтеүе уларға дәрт-дарман һәм илһам өҫтәне”, - тине Рита Ришат ҡыҙы.

Сәлиә Мырҙабаева иһә йәш милләттәштәребеҙ араһында иҫ киткес һәләтле, маҡсатлы һәм рухлы балалар күп икәнлеген билдәләне, сығыштар менән һоҡланыуын йәшермәне.

– Ғөмүмән, форум иҫ киткес йылы тулҡындарҙа үтә. Бында Беларусь Республикаһынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Башҡортостандан төрлө милләт вәкилдәре килгән, уларҙың һәр ҡайһыһы милли мәҙәниәтен лайыҡлы таныта. Үҙ-ара аралашыу кимәле лә юғары – татыулыҡ, берҙәмлек рухы тирә-йүнде солғап алған. Бөтә ихаталарҙа ла дуҫлыҡ һәм ихтирам атмосфераһын тойҙом, форумда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың милли мәҙәниәт үҙенсәлектәренә ҡыҙыҡһыныуы ла ихлас һәм ҙур.
Форум сигендә үткән «Байыҡ» балалар коллективтары фестивале - айырым тарих. Тап ошо һәләтле балаларҙа - милләтебеҙҙең киләсәге, бөгөнгөбеҙҙең сағылышы ул. Һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде, тамашасылар бәләкәс милләттәштәребеҙҙҙең бейеүҙәрен яратып ҡабул итте. Бигерәк тә сит төбәктә йәшәп тә, милли мәҙәниәтебеҙгә тоғро ҡалған һәм уны үҫеп килгән быуынға тапшырған коллектив етәкселәренә ҙур рәхмәт әйтке килә, - тип билдәләне Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_69591

 

Тирә-йүндә – берҙәмлек рухы
Тирә-йүндә – берҙәмлек рухы
Автор:
Читайте нас