+20 °С
Болотло
Новости
27 Июнь 2023, 11:06

Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы бара

Был бик күләмле халыҡ-ара сара 28 июнгә тиклем дауам итәсәк

"Дуҫлыҡ урамы"

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының биҙәге тип һис шикһеҙ «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивален атарға мөмкин. Ул Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында, Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙандан алып, Совет урамына тиклем һуҙылған. Унда күп милләтле Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең көнкүрешен, аш-һыу өлгөләре һәм халыҡтарҙың милли үҙенсәлектәре менән танышырға мөмкин.

Форумда 4800-гә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән.

 

3D-көмбәҙле уникаль тирмә

«Мульти-тирмә»гә килеүселәргә боронғо замандарҙан алып хәҙерге Башҡортостанға тиклем 3d-сәфәр тәҡдим ителә. Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре, башҡорт бал ҡорто һәм Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың орнаменттарының фрагменттары,  Өфөнөң һәм Республикабыҙҙың иң танылған урындарын бер тында рәхәтләнеп ҡарай аласаҡһығыҙ.

 

Өфөгә РФ Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко килде.

Валентина Матвиенко Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында ҡатнаша. Ул сараның бөтә майҙансығын ҡараясаҡ, секцияларҙа сығыш яһаясаҡ.

Иртәгә форумдың пленар ултырышы була.

Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы бара
Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы бара
Автор:
Читайте нас