+25 °С
Ясно
Новости
27 Июня 2023, 13:46

3D-көмбәҙле тирмә күргәнегеҙ бармы?

-

Башҡорт тирмәһе күптән дуҫлыҡ символына һәм мәҙәни мираҫ объектына әйләнде! "Мульти-тирмә"гә килеүселәргә боронғо замандан хәҙерге Башҡортостанға тиклем 3D-сәйәхәт тәҡдим ителә: "Шүлгәнташ" мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән картиналары, башҡорт бал ҡорто, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың орнаменттары һәм Өфөнөң иң танылған урындарын 3D проекторҙа ҡарап була.
Әйткәндәй, 3D-проекциялы сәйәхәткә музыканы Халыҡ инструменттары ансамбле проект өсөн махсус яҙған һәм ул мәғлүмәтте ҡабул итеүҙе тағы ла көсәйтеп ебәрә. Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы барышында «Дуҫлыҡ урамы»нан үтеүселәр үҙенсәлекле 3D көмбәҙле тирмәгә инеп сыға ала. Тирмә иртәгә лә көн дауамында эшләйәсәк.

3D-көмбәҙле тирмә күргәнегеҙ бармы?
3D-көмбәҙле тирмә күргәнегеҙ бармы?
Автор:
Читайте нас