Бөгөн Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә асылған «Дуҫлыҡ урамы» этник мәҙәниәттәр фестивалендә үҙенсәлекле проект - «Дуҫлыҡ келәме» менән таныштырҙылар.
2023 йылдың 15 майында, халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы уңайынан «Дуҫлыҡ тирмәһе» этник мәҙәниәт марафонын башлап ебәргәйне.
- Марафондың төп маҡсаты «Дуҫлыҡ келәме»н баҫыу ине. Сөнки келәм йылыһының символы булып тора. Келәмдәрҙә, панноларҙа һәм ошондай япмаларҙа халыҡтың тарихы сағыла, - тип билдәләнеләр Халыҡтар дуҫлығы йортонда. - Проектта Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тарихи-мәҙәни үҙәктәре белгестәре, Башҡортостан оҫталары ҡатнашты. «Дуҫлыҡ келәме»нә Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың милли орнаменттары төшөрөлгән.
«Дуҫлыҡ келәме»нә Башҡортостан белорустары ла биҙәк һалған. Аҡ төҫ сафлыҡты, ә ҡыҙыл ҡанды, ҡояшты һәм йәшәү көсөн аңлата. Белорус халҡында йыш ҡына байлыҡ һәм муллыҡ теләйҙәр. Келәмдәге биҙәк байлыҡты символлаштыра.
«Дуҫлыҡ келәме»н Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы көндәрендә, 26-28 июндә, «Дуҫлыҡ урамы» фестивале биләмәһендә урынлашҡан «Дуҫлыҡ тирмәһе»ндә күрергә мөмкин. Көндөҙ «Дуҫлыҡ тирмәһе»ндә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, ә кисен бөтә ҡунаҡтар өсөн «Дуҫлыҡ келәме» мотивтары буйынса махсус мультимедиалы шоу күрһәтелә.