Өфөлә Рәсәйҙең һәм Белоруссияның иң яҡшы дизайнерҙары башҡорт мотивтары менән коллекциялар күрһәтәсәк
26-28 июндә Өфө Рәсәйҙең Һәм Белоруссияның Унынсы форумын ҡабул итә. Был көндәрҙә Башҡортостан бөтә Союз дәүләтенең эшлекле майҙансығына әүереләсәк. Сараның иң сағыу ваҡиғаларының береһе - мода күрһәтеү. 27 июндә Ағиҙел буйында «Яркие грани контраста» коллекцияһын тәҡдим итәләр. Рәсәй һәм Белоруссия дизайнерҙары үҙҙәренең эштәрен күрһәтәсәк. Бында Chuba, AlenaAkhmadullina, Firdaws, COMINTERN һәм башҡа брендтарҙың кейемдәрен күрергә мөмкин. Шоуҙы ҡуйыу менән Мәскәүҙең төп мода күрһәтеүҙәренең билдәле режиссеры Сергей Луковский шөғөлләнә. Киң масштаб көтөлә: 400 метр оҙонлоҡтағы подиум, коктейль зонаһы, ҡунаҡтар өсөн трибуналар. Дизайнер коллекцияларында өфө пейзаждары, Башҡортостан мәҙәниәте һәм, әлбиттә, Рәсәй һәм Белоруссия халыҡтарының бай мәҙәни үткәне. Концепция нигеҙендә - Мостай Кәримдең шиғырҙары һәм Рәссам Айрат Тереғоловтың «Шүлгән» картинаһы. Тамашаға теләгән һәр кем килә ала. 21.00 сәғәттә башлана.
18+